Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь , 20:00

Тикшереүҙәр кәметелә

Ошо маҡсатта "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында сервис асыла.

Тикшереүҙәр кәметелә
Тикшереүҙәр кәметелә

“Бизнесты тикшереүҙе минимумға еткерер кәрәк”, – тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин.

2019 йыл менән сағыштырғанда, ул ике тапҡырға кәмегән. Мораторий индергәс, 218 мең тикшереү ғәмәлдән сығарылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте 10 мартта мораторий индергәйне. Һалым өлкәһенә ҡарамаған тикшереүҙәрҙән бөтә бизнес 2022 йыл аҙағына тиклем азат ителде. Санитар-эпидемиологик, ветеринария һәм янғын һағы контроле, шулай уҡ сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә генә планға ярашлы тикшереүҙәр һаҡланасаҡ. Айырым осраҡтарҙа ғына пландан тыш тикшереүҙәр рөхсәт ителә.

Ағымдағы йылда тикшереүҙәргә сикләүҙәр буйынса контроль көсәйтеләсәк. Ошо маҡсатта "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында сервис асыла. Уның ярҙамында эшҡыуарҙар һәм граждандар тикшереүҙәргә мораторийҙы боҙоусылар тураһында хәбәр итә аласаҡ. Бының өсөн ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар бер эш көнө эсендә тикшереләсәк.

Тикшереүҙәргә мораторий тәү сиратта ватан етештереүселәренә ярҙам итеү, предприятиеларға аяҡҡа баҫыу, импортҡа алмаш шарттарында үҙебеҙҙә етештерелгән подукцияға күсеү өсөн кәрәк.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Марсель Кашаев фекеренсә, санкция шарттарында бындай саралар бигерәк тә көнүҙәк. Был эшҡыуарлыҡ өлкәһенә административ баҫымды кәметә.

Фото: Рәсәй Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в