8 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Красный Лучтағы Княгиневка үҙәк ҡала күп профилле дауаханаһында булды. Төбәк етәксеһе медицина белгестәре менән аралашты, уларҙың эш шарттарын баһаланы. Улар Луганск коллегаларына ярҙамға килгәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 майҙа Башҡортостандан Красный Лучҡа, махсус хәрби операция башланғандан алып, иҫәп буйынса дүртенсе медицина бригадаһын командировкаға ебәргәйнеләр. Республикалағы медицина ойошмаларынан белгестәр өс күсмә медицина модулендә эшләй. Был – мобиль поликлиника, балалар стоматологияһы, кардиология модуле. Медицина ярҙамына шулай уҡ реанимация автомобиле лә йәлеп ителгән. Башҡортостан табиптары Луганск ҡалаларында һәм ауылдарында медицина хеҙмәтен күрһәтә.
- Луганск Халыҡ Республикаһында юлсыларыбыҙ эшләй, тиҙҙән инженерҙар киләсәк, әммә медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж ҙур, - тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә иң иҙге рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан хеҙмәт командировкаһы ваҡытында барлыҡ ярҙамды ойошторасаҡ.
Красный Лучта йәшәүселәр менән һөйләшкәндә Радий Хәбиров медицина хеҙмәтләндереүе сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Ҡалала йәшәүселәр Башҡортостанға ябай булмаған ваҡытта күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.
“Луганск Халыҡ Республикаһында өлкән һәм бәләкәй пациенттар өсөн 23 табип, 17 шәфҡәт туташы эшләй, - тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Уларҙың йөрәге алтын, Луганск Халыҡ Республикаһына шуға килгәндәр ҙә. Башҡаса эшләй алмағандар”.
Фото: glavarb.ru