Яңыраҡ күреү һәләте сикләнгән балалар Башҡортостандың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһен барып күрҙе.
Өфө ҡалаһының 28 коррекцион мәктәбенең уҡыусылары Иглин районында урынлашҡан “Мизюк” крәҫтиән-фермер хужалығына барҙы. Бында балаларға йорт хайуандары менән аралашырға мөмкинселек булды. Балалар ҙур кинәнес менән быҙауҙарға һөт эсерҙе, һыйырҙар һарайында һөт һауыу цехын ҡараны, ә һуңынан аттарҙы икмәк менән һыйлап, һыбай йөрөп алды.
“Зоотерапия бөтә донъяла танылыу тапты. Ул, беренсенән, тынысландыра, икенсенән, стресты кәметә, бәхет һәм шатлыҡ гормондарын эшләп сығарыуҙы яйға һала. Хайуандар менән аралашҡанда балалар шундай эскерһеҙ, улар асылып китә. Минең уйлауымса, хайуандар менән аралашыу бик файҙалы, бигерәк тә күреү һәләтен юғалтҡан балалар өсөн, – тип билдәләне Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы “Бөтә Рәсәй хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һуҡырҙар йәмғиәте” рәйесе вазифаһын башҡарыусы Галина Бычкова.
Балалар бәләкәй генә сәйәхәттән һәм хайуандар менән аралашыуҙан күп ыңғай тәьҫораттар алды.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы