

8 июндә Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты заказсылар өсөн видеоконференция режимында семинар үткәрҙе. Сараның төп темаһы - "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларҙан һатып алыуҙар. 44-се һәм 223-се Федераль закондар нигеҙендә суд һәм административ практиканы күҙәтеү". Видеоконференцияла 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.
"Дәүләт комитеты һатып алыу процесында ҡатнашыусылар өсөн даими рәүештә саралар уҙғарып тора. Бындай уҡытыу семинарҙары заказсыларға һатып алыу процедураһын дөрөҫ үткәреү өсөн белем кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирә", – тип билдәләне дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Кәңәшмәлә түбәндәге һорауҙар ҡаралды:
- һатып алыуҙарҙы ғәмәлгә ашырғанда заказсыларҙың 44-се һәм 223-се Федераль закондар нигеҙендә күҙәтеү органдары яғынан кире эҙемтәләрҙән ҡотолоу осраҡтары;
- 2022 йылдың биш айы эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан һатып алыуҙар өлөшөнөң мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итеү;
- һатып алыу нормативын үтәү өлөшө юғары булған муниципаль берәмектәр араһында лидерҙар, шулай уҡ ҡуйылған сикте үтәмәү хәүефе янаған муниципаль берәмектәрҙең билдәләнеүе;
- һатып алыуҙар һанын арттырыу буйынса тәҡдимдәр бирелеүе.
Семинарға әҙерләнгән материалдарҙы ведомствоның рәсми сайтының "Документтар" бүлегендә табырға була.
Фото: pravitelstvorb.ru