Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 04:31

“Аһ, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!”

450 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә унда ҙур төҙөлөштәр бара.

Рәғиҙә Янбулатованың 1988 йылда яҙған “Өфө – баш ҡалам” шиғыры әле лә көнүҙәк, бөгөнгө заманға ауаздаш. Башҡортостандың баш ҡалаһы үҫә, алға бара һәм күп милләтле республика халҡының мәҙәниәтен туплаған, яратып йәшәгән һәм эшләгән урын булып ҡала.

Ысынлап та, Өфө һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҫә, унда йәшәү уңайлы булһын өсөн ҙур төҙөлөштәр ҙә алып барыла. Уларҙың күпселеге 2024 йылда уҙасаҡ оло байрам – баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан ғәмәлгә ашырыла. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталмаҡсыбыҙ.

 

Пугачев урамы яңыртыла

 

Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, юбилей айҡанлы төҙөлә­сәк объекттар араһында иң ҙуры – “Көньяҡ ишектәр”, 8,97 миллиард һумға торошло. Ул бер нисә төҙөлөштө берләштерә: Генерал Рыленко урамының Степан Кувыкин урамынан Пугачев урамына тиклемге арауығындағы биләмә төҙөкләндерелә, Генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫеле­шендә ике ҡатлы транспорт айыр­саһы төҙөлә, Сочи урамынан Генерал Рыленко һәм Пугачев урам­дарындағы транспорт айырсаһына тиклем Пугачев урамы реконструкциялана. Һуңғы объект ғәмәлгә ашырыла башланы.

Пугачев урамында реконструкция тамамланғас, ҡала халҡы заман талаптарына яуап биргән, һәр йүнәлештә лә икешәр һыҙатлы юлдан файҙаланасаҡ. Ағиҙел йылғаһы яры ситендә йәйәүлеләр, велосипедсылар һәм йүгереү өсөн юл һалынасаҡ. Бынан тыш, һыу, газ менән тәьмин иткән, канализация, көс кабелдәре кеүек төрлө селтәрҙәрҙән торған 30 саҡрым оҙонлоғондағы коммуникациялар яңынан төҙөләсәк. Пугачев урамындағы объекттар төҙөлөшөн 2024 йылдың беренсе яртыһында тамамлау ҡаралған.

Әлеге көндә Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫеле­шендәге транспорт айырсаһын һәм Генерал Рыленко урамын төҙөк­ләндереү буйынса подрядсы ойошмалар билдәләнгән. Төҙөлөш тамамланғас, унда алты һыҙатлы юл һәм ике ҡатлы транспорт айырсаһы барлыҡҡа киләсәк.

Бынан тыш, Зәйнәб Биишева урамына ингән урында юл үткәргес төҙөләсәк, сөнки Генерал Рыленко урамы буйлап юл аҫтан, соҡорҙан, үтәсәк. Төҙөлөш-монтаж эштәре 2023 йылдың дүртенсе кварталында тамамланырға тейеш. 

Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу баш ҡаланың көньяғындағы транспорт ағымын бүләсәк, яңы биҫтәләргә инеү юлы мәсьәләһен хәл итәсәк.

 

Милли проектҡа ярашлы юлдар һалына

 

Өфөлә урам-юл участкалары селтәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары, “Торлаҡ” феде­раль проекты нигеҙендә  Башҡорт­ос­тан Республикаһының автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса территориаль заказына ярашлы төҙөлә һәм тәртипкә килтерелә. Быйыл ҡалала юл селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 21 километрға тиң булған 16 урам-юл участкаһы ремонт­ланасаҡ. Шулай уҡ 1-се Кронштадт һәм Тимашев урамдары, Пушкин урамының Цюрупа урамынан Аксаков урамына тиклемге арауығы яңыртыласаҡ. Был өс участканың оҙонлоғо – 4,2 километр.

 

Биҫтәләр күркәмләнә

 

Әле Өфөлә Генерал Кусимов, Хыялланыусылар, Бейек урамдары, Кузнецов затоны биҫтәһендәге туғыҙ урам, Глумилин биҫтәһендәге Дәүләткилдеев бульвары, Зинин ауылы эргәһендәге тимер юл өҫтө­нән яңы юл үткәргес, Ибраһимов бульварында капиталь ремонт, Эшсе хәбәрселәр урамының Бейек урамынан Степан Кувыкин урамына тиклемге арауығын реконструкциялау, Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫе­лешендәге транспорт айырсаһы кеүек төҙөлөштәр бер юлы алып барыла.

Быйыл мартта Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙә капиталь ремонт башланды. Күперҙе элекке йөҙөн һаҡлап ремонтлаясаҡтар. Уны файҙаланыуға тапшырғас, ҡалаға көньяҡтан инеү юлындағы өс күперҙә автомобилдәр хәрәкәте өсөн бөтәһе 11 һыҙат буласаҡ.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған “Торлаҡ” федераль проекты буйынса быйыл Сағыу биҫтәһендә 2,5 километр юл һалынасаҡ һәм төҙөкләндереләсәк. Муниципаль контракт буйынса был объекттарҙа эш 2022 йыл аҙағында тамамланырға тейеш.

 

Йәмәғәт урындары булдырыла

 

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы буйынса Дан бульвары эргәһендәге биләмә, Муса Гәрәев скверы һәм Йылы күле биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Әле был объекттарҙа эш башлан­ған һәм, контрактҡа ярашлы, быйыл октябргә тамамланырға тейеш. Проектҡа ярашлы, юл ҡатламы һәм тротуарҙар яңыртыласаҡ, бәләкәй архитектура өлгөләре һәм уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, хәүефһеҙ­лекте тәьмин итеү саралары ла ҡаралған, йәғни видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ һәм яҡтыр­тыу ҡорамалдары алмаш­тыры­ласаҡ, йәшелләндереү эше баш­ҡарыласаҡ.

Өфө ҡалаһы райондары иһә “Нефтехимиктар”, “Дим” мәҙәниәт һәм ял парктарын, “Тулҡын” пар­кындағы бәләкәй күлде, Медицина ҡаһарманлығы аллеяһын, “Гвардия” һәм Мурзин скверҙарын төҙөк­ләндерәсәк.

Быйыл “Көньяҡ” паркында, “Ҡаш­ҡа­ҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында һәм уның эргә-тирәһендәге биләмәлә эштәр тамамланған. Октябрҙә баш ҡалала “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ.

 

Социаль һәм спорт объекттары төҙөлә

 

Өфөлә социаль объекттар төҙө­лөшө һәм ҡайһы берҙәрендә үҙгәр­теп ҡороу эше дауам итә. Мәҫәлән, “Инорс-4” биҫтәһендә дөйөм белем биреү үҙәге, Кузнецов затоны биҫтә­һендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө, 115-се гимназияны реконструкциялау быйыл тамам­ла­ныр­ға тейеш. Шулай уҡ киләһе йыл­да Затон-Көнсығыш биҫтәһендә – мәктәп төҙөлөшө, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү һәм уға төкәтмә һалыу, Инорс биҫтә­һендә ишеү слаломы өсөн ҡоролма комплексы төҙөлөшө тамамлана. Ә инде Затон биҫтәһендәге 9-сы ҡала дауахана­һының поликлини­каһы һәм Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусы быйыл файҙа­ланыуға тапшырыла­саҡ.

Әле Муса Гәрәев һәм Рехмуков, Рудольф Нуриев, Комсомол урамдары менән сикләнгән Христостың ҡайтанан терелеүе соборы аръя­ғын­дағы кварталда Спорт көрәше үҙәге бинаһы төҙөлөшө өсөн майҙансыҡ әҙерләнә. Объект 2024 йылда – Өфөнөң 450 йыллығы­на сафҡа индереләсәк.

2 июндә баш ҡалала Башҡорт­остан Республикаһының Гимнастика үҙәген асыу тантанаһы булды. Яңы спорт объекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлгән. Унда бер юлы 700-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә.

 

44 инвестиция проекты бар

 

Быйыл Өфө ҡалаһы хакимиәте 15 инвестиция сәғәте уҙғарған һәм уларҙа 10,5 миллиард һум күлә­мендә 2100 яңы эш урыны тәҡдим иткән 44 инвестиция проекты ҡаралған. Улар араһында “АғиҙелФлот” компанияһының йылға буйлап туристарҙы йөрөтөү проектын билдәләргә мөмкин. Уға ярашлы, йәй ҡаланың өс урыны араһында турист суднолары йөрөргә тейеш: Сипайлово биҫтәһендәге Өфө йылғаһы ярында; Салауат Юлаев һәйкәле ра­йонындағы Ағиҙел йылғаһы ярын­да; Дуҫлыҡ монументы эргә­һендәге биләмәлә. Проект буйынса был урындарҙа турист визит-үҙәк­тәрен урынлаштырыу планлаштырыла, тағы ла береһе “Кар­уан­һарай” сауҙа үҙәгендә асыласаҡ.

Быйыл тормошҡа ашырыласаҡ Бәләкәй архитектура өлгөләре һәм ҡала йыһазы етештереү буйынса фабрика булдырыу, шул иҫәптән йылы туҡталыштар проекттарын да билдәләп үтергә мөмкин.  Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡса­тын­да, йылы туҡталыштар әҙерләү өсөн “Башҡорт йылытыусы быяла­һы” компанияһы менән “Аҡыллы мө­хит” (“Умная SREDA”) проекттарын берләштереү планлаштырыла.

Ғөмүмән, был ғәмәлдәр һуңғы йылдарҙа баш ҡаланы үҫтереүҙә хәҙерге заман технологияларын индереүгә иғтибар артыуын күрһәтә. Тимәк, яҡын киләсәктә бай тарихлы Өфө заманға ярашлы үҫешкән ҡалаға әйләнәсәк.     

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас