Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 15:00

Һабантуйҙарҙың яңы графигы раҫланды

Ун районда байрамдың яңы ваҡыты менән яҙмалағы һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ.

Һабантуйҙарҙың яңы графигы раҫландыҺабантуйҙарҙың яңы графигы раҫланды
Һабантуйҙарҙың яңы графигы раҫланды

Республикабыҙ райондарында һәм ҡалаларында һабантуй үткәреү графигына үҙгәрештәр инде. Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталына ҡуйылды.  

Билдәле булыуынса, республикала бер юлы ун районда - Белорет, Благовещен, Бөрө, Бөрйән, Мишкә, Нуриман, Салауат, Шишмә, Иглин, Федоровкала - һауа торошо сәбәпле һабантуй кисектерелде. Байрамдың яңы ваҡыты менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://npa.bashkortostan.ru/35691/

Был көндәрҙә Башҡортостанды Каспий диңгеҙенең көньяҡ циклоны ҡапланы, һөҙөмтәлә тотош республикала ҡойма ямғырҙар булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йылғаларҙың күтәрелеү хәүефе тураһында иҫкәртте.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас