Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 14:00

“Ҡап уртаға һалып һөйләштек”

"Беҙгә, журналистар берләшмәһенә, тәү сиратта, заман саҡырыуҙары, яңы асыл-мәғәнәләр, киң мәғлүмәт сараларының был һорауҙарға ни тиклем тиҙ яуап бирә алыуы тураһында һөйләшеү өсөн йыйылыу мөһим ине".

“Ҡап уртаға һалып һөйләштек”
“Ҡап уртаға һалып һөйләштек”

7 июндә республикала Башҡортостан Журналистар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сираттағы медиайыйын үтте. Йола буйынса, ул матбуғат сараһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри берлеге менән бергә власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен дә тупланы.

Сараның үтә ваҡытлы һәм көнүҙәк икәнлеген билдәләп үтәйек: быйыл беҙҙең дәүләт агрессивлығы һәм масштаблығы йәһәтенән бығаса күрелмәгән, тиңе булмаған мәғлүмәти һөжүм менән осрашты һәм был күренеш тормошобоҙҙоң барлыҡ тармаҡтарында ла сағыла. Медиатармаҡҡа ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе, форумдың әһәмиәте һәм үҙенсәлектәре хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА ла билдәләп үтте.

– Медиафорум беҙҙең өсөн бик мөһим. Былтыр беҙ милли форумды тәүге тапҡыр уҙғарҙыҡ һәм уны “Медиайыйын” тип атаныҡ. Унда  тармаҡтың нисек үҫешеүе, ниндәй мәсьәләләр, проблемалар һәм маҡсаттар көнүҙәк булыуы хаҡында эшлекле һөйләшеү булды. Шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы менән асыҡтан-асыҡ диалог ҡоролдо. Ғөмүмән, беҙҙең төбәк власть органдарының һәм журналистарҙың татыу һәм берҙәм эшләүе йәһәтенән өлгө булып тора, өҫтәүенә республикала киң мәғлүмәт саралары бер нисә туған телдә эшмәкәрлек алып бара.  

Быйыл иһә форумдың форматын бер ни тиклем үҙгәрттек, ул тематик йәһәттән күпкә киңерәк, ҡатнашыусылар һаны ла күберәк булды. Хәҙерге кеүек ҡатмарлы осорҙа форумдың йүнәлеше, асылы төплө уйланылған булырға тейеш, сөнки һәр тармаҡтың үҙ проблемалары, үҙенсәлектәре бар.  

Беҙгә, журналистар берләшмәһенә,  тәүге сиратта, заман саҡырыуҙары, яңы асыл-мәғәнәләр, киң мәғлүмәт сараларының был һорауҙарға ни тиклем тиҙ яуап бирә алыуы тураһында һөйләшеү өсөн йыйылыу мөһим ине. Икенсе яҡтан, был да тармаҡтың проблемалары менән бәйле, сөнки һөҙөмтәле эшләү һәм сифатлы материалдар етештереү өсөн матди-техник ресурстар ҙа кәрәк. Форумға үҙебеҙҙең аудитория менән урынлы, ваҡытлы ғәмәлдәр тураһында һөйләшеү, асылдарҙы күмәкләп формалашыу, дәрт-дарман һөм көс алыу өсөн бихисап федераль эксперттарҙы ла саҡырҙыҡ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: