Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Атайсал” һәм “Яҡташтар” проекттары сиктәрендә хөрмәтле һәм лайыҡлы граждандарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Ирекмәндәр еңеүселәрҙе билдәләү өсөн ай ярым ваҡыт дауамында һәр муниципалитетта, ауылда һорау алыуҙар ойошторған. Йәмәғәт фекерен йыйыу “Атайсал” проекты һәм “Яҡташтар” проектының 15 номинацияһы буйынса алып барыла.
Анкета һорауҙарына яуаплауҙа Стәрлетамаҡ, Балтас, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл, Өфө райондары, Салауат, Октябрьский ҡалалары халҡы әүҙем ҡатнашҡан. “Атайсал” проекты буйынса – 843, “Йәмәғәт эшмәкәрлеге” – 353, “Мәғариф” – 330, “Дәүләт эшмәкәрлеге” – 326 һәм “Эшҡыуарлыҡ” номинация буйынса 216 кеше тәҡдим ителгән.
7 июндән “Голос РБ”: golos.bashkortostan.ru сайтында рейтингты билдәләү буйынса тауыш биреү ойошторолған. Унда республика халҡы тауыш биреп, бөтә номинациялар буйынса иң лайыҡлы номинанттарҙы билдәләгән. Был тауыш биреүҙә Благовещен, Дәүләкән, Туймазы, Өфө, Ҡариҙел, Күгәрсен райондары, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Дәүләкән, Благовещен ҡалалары кешеләре әүҙемлек күрһәткән.
Тауыш биреүгә күберәк халыҡты йәлеп итеү маҡсатында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә сара ойошторола. Һөҙөмтәлә тауыш биреүҙә бөтәһе 74691 кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән “Голос РБ” – 41697, “Бәйләнештә” – 32994.
Әбйәлил, Бөрйән райондары – ике, Әлшәй, Балтас, Ишембай, Миәкә, Саҡмағош райондары – һигеҙ, Баймаҡ, Бәләбәй, Бижбүләк райондары – туғыҙ, Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл райондары, Өфө ҡалаһы – ун, Стәрлетамаҡ районы – 12, Өфө районы 15 номинацияла ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә 401 кеше еңеүсе тип табылған, уларҙың 63-ө – “Атайсал” проекты сиктәрендә.
“Торатау”ҙа уҙған бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарҙары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм Тамара Танһыҡҡужина, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.
Урал КИЛСЕБАЕВ, Башҡортостан Башлығы Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары:
– Минең уйлауымса, тауыш биреүҙә онлайн рейтинг уҙғарыуҙың әһәмиәте шунда – ул ысын йәмәғәт лидерҙарын табыу мөмкинлеген бирә. Бөгөн мәғлүмәт быуатында йәшәгән ваҡытта төрлө социаль селтәрҙәр буйынса ғына фекер йөрөтәбеҙ һәм был дөрөҫ түгел, сөнки ҡайһы бер йәмәғәт лидерҙарының социаль селтәрҙә диуарҙары ла юҡ, алып та бармайҙар. Бәләкәй генә булған районда, ауылда, ҡалала уларҙың һүҙҙәре бик әһәмиәтле һәм халыҡ уларға ышана, шундай кешеләрҙе табыу өсөн “Яҡташтар” проекты бик кәрәк, - тине.
Автор фотолары.