“Кейәүгә бик иртә сыҡтым. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы булһа ла, саҡ 18-е тулған ҡыҙын туҡтата алманы. “Иртә әле, балам, уҡы тәүҙә”, тип тә ҡараны, “егетең йүнле кешегә оҡшамаған”, тип тә өгөтләне. Күҙ алдында тик ул ғына, мөхәббәт хистәренән баш әйләнгән саҡ... Ҡайҙа инде ул ваҡытта уйлау, әсәйҙе тыңлау...
Шул тиклем иҫәр булғанымды бик һуң аңланым. Илгиз ысынлап тар күңелле, эсергә яратҡан, ялҡау өй тираны булып сыҡты. Бәләкәй саҡтан балалар йортонда үҫкәнгә шундай булғандыр, күрәһең. Бер яҡын туғаны юҡ, бергә үҫкән дуҫтары ғына бар. Улары ла йүнле түгел, гел аҡса таптыралар, бергә эсәләр. Иремдең иһә тәғәйен генә һөнәре лә булманы. Ҡыҫҡаһы, күҙҙәрем асылған саҡта улым тыуып өлгөргәйне инде.
Илгиздең ниндәй кеше булыуын йөклө саҡта ғына аңланым. Ауырыма алты ай тигәндә, ул тәүге тапҡыр ҡул күтәрҙе. Эсеп ҡайтыуҙары иһә туйҙан һуң уҡ башланғайны. Кейәүгә иртә сығып, тиҙ арала бәпес көткәс, белем дә ала алманым. Магазинда һатыусы булып эшләй башлағайным да, тәүҙә көнләшеп эшләтмәҫкә тырышты, аҙаҡ декретҡа китеп барҙым. Ҡыҫҡаһы, бер тинһеҙ ултырып ҡалдым.
Ә Илгиз барлы-юҡлы аҡсаһын эсте, дуҫтарына бирҙе, хәҙер аңлауымса, сит ҡатындар менән дә сыуала. Улыбыҙ тыуып күп тә үтмәне, инсульттан әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Мин был донъяла яңғыҙ тороп ҡалдым, барып һыйыныр, тиран ирҙән ҡасып сығып китер бер кемем дә юҡ. Фатир ҙа уныҡы.
“Һин бында бер кем дә түгел, һин бөтөнләй кеше түгел!” – тип ҡысҡырырға ярата ине миңә. Яйлап быға үҙем дә ышана башланым, буғай. Талашмаһын, һуғышмаһын тип, эсеп ҡайтҡан саҡтарында шым ғына ултырам, ҡаршы бер һүҙ әйтмәйем. Улым да, бәләкәй булһа ла, уның холҡон белеп бөттө. Атаһы эштән ҡайтһа, шымып ҡала торғайны.
Шулай бер көн Илгиз йәнә ҡыҙмаса ҡайтып инде, тик эске етмәгәне күренеп тора: нимәгә барып бәйләнергә белмәй, юҡ-барға екеренеп йөрөй. Улым менән икебеҙҙең өнһөҙ-тынһыҙ ултырыуыбыҙ ҙа оҡшаманы уға. Мине туҡмап ташланы. Ныҡ ауыртһа ла, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Беләм: күҙ йәштәрен күрһә, ул тағы ҡыҙа һәм нығыраҡ дөмбәҫләй башлай.
Ҡара көҙ мәле ине. Тышта ямғыр яуып торһа ла, эсеп туймаған ир трико ғына кейгән килеш өй тәпешкәһендә яндағы магазинға сығып китте. Ана ҡайта, бына ҡайта тип ҡурҡып ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Иртән уянһам, был юҡ. Аптыраным да, икенсе яҡтан шатланып та ҡуйҙым. Көн буйы көттөм, ҡайтманы. Икенсе көндә лә күренмәгәс, күңелгә шик инә башланы. Йөрөргә яратһа ла, улай оҙаҡҡа юғалғаны юҡ ине. Үҙе йүнләп кейенмәне лә, телефон менән документтарын да алманы бит.
Илгиздең юҡлығына бер аҙна үткәс, полицияға барып ғариза яҙҙым. Уны эҙләү тураһында иғлан иттеләр ҙә, шуның менән эш тә бөттө. Әле ул ваҡыттан һуң биш йыл ваҡыт үтте. Ир һаман юҡ. Үҙен дә, кәүҙәһен дә тапманылар. Дөрөҫөн әйткәндә, мин быға эстән генә шатмын, ҡайтмауын теләйем. Ҡайһы берҙә тағы ҡайтып беҙҙе туҡмай башлаған икән, тип төш күрәм һәм ҡотом осоп уянам.
Бына шулай биш йыл аңлайышһыҙ хәлдә йәшәйем. Документтар буйынса кейәүҙәмен, уның фатирында йәшәп ятам. Ә Илгиз юҡ. Балалар йортонда үҫкән етемдең туғандары булмағас, минән башҡа бер кем дә юҡлығын һиҙмәне. Әшнәләре килеп йөрөнө лә онотто.
Миңә әле 30 йәш тә тулмаған. Шәхси тормошомдо нисек ҡорорға белмәйем: тағы кейәүгә сығырғамы, әллә көтөргә. Улыбыҙ менән икебеҙҙең дә иң ҙур хыялыбыҙ: ҡайтып ҡына инмәһен...”
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән.