Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь , 16:25

“Беҙҙең журналистика миһырбанлыраҡ та, яҡтыраҡ та”

Мөнир Ҡунафин милли журналистиканың төп бурысын нимәлә күрә?

“Беҙҙең журналистика миһырбанлыраҡ та, яҡтыраҡ та”
“Беҙҙең журналистика миһырбанлыраҡ та, яҡтыраҡ та”

7 июндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең сираттағы форумы – “Медиайыйын” үтте. Яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында милли журналистикаға, бөгөнгө матбуғат уҡыусының ихтыяждарына, милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Бөгөн беҙ шул тиклем ҙур мәғлүмәт ағымында йәшәйбеҙ. Уҡыусыға, ҡулланыусыға дөрөҫ мәғлүмәт менән ялғанды айырыу ауырға тура тура килә. Мәҫәлән, һәр төрлө фейк-яңылыҡтар менән иғтибар яуларға теләгән сығанаҡтар күбәйҙе.

Был йәһәттән беҙҙең Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларын аҡылы, ышаныслы сығанаҡ булыуын билдәләп үткем килә. Беҙҙә ижади, мәҙәни, ижтимағы, сәйәси майҙандар етерлек, уларҙан кәрәкле мәғлүмәтте алырға ла мөмкин, үҙ фекереңде еткерергә лә мөмкин. Әлеге ваҡыттағы донъялағы хәл-торош шарттарында Башҡортостан журналистикаһы үҙенең миһырбанлыраҡ, изгерәк, кешелекте яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән сығанаҡ булыуын тағы ла нығыраҡ танытты.

Тағы ла нимәгә иғтибар иткәнем бар: һуңғы ваҡытта йәмғиәттә фекер, донъяға ҡараш үҙгәреүе һиҙелә. Хәҙер кешеләр мәғәнәгә нығыраҡ иғтибар бирә. Быны беҙҙең журнал уҡыусыларының ихтыяжын күҙ уңында тотҡанда ла асыҡ күререгә мөмкин. Фәлсәфәүи, тормош асылы тураһында әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйҙар, шуларға күберәк урын биреүҙе һорайҙар. Ә бит әле күптән түгел генә һәр төрлө шоуҙар, күңел асыу тапшырыуҙары, еңел-елпе рубрикалар популяр булып киткәйне. Бөгөнгө уҡыусы, тыңлаусы был күренештән арына бара. Әгәр журналистиканы ижад кимәленә күтәргән осраҡта ул уйлыларға мотлаҡ барып етәсәк, - тине әңгәмә барышында Мөнир Ҡунафин.

Шулай уҡ Мөнир Сәхиулла улы милли журналистика өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен дә күтәрҙе, был йәһәттән айырыуса элекке “Йәш хәбәрселәр” мәктәбенең ролен юғары баһалап, уны тергеҙеү зарурлығын айырып билдәләп үтте.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в