Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Атай ҡаһарманлығы” конкурсына заявкалар ҡабул итә. Бөгөн шул маҡтаулы атайҙарҙың береһе Ринат Зөфәр улы Аяҙғолов менән таныштырабыҙ.
Талбазы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән егет урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан кооперация техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Ауырғазы районы ҡулланыусылар йәмғиәтендә ревизор булып башлай. Ошонда уҡ буласаҡ тормош юлдашы Эльмира Рәшит ҡыҙын осрата. Хәҙерге көндә ғаилә ауылда биш балаһы менән йәшәй. Эльмира Наконечнаяның тәүге никахтан донъяға килгән ике балаһын да атай үҙенеке кеүек тәрбиәләй.
Настя Талбазыла лицей тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡтағы күп профилле профессиональ колледжда уҡый. Олимпиадаларҙа ҡатнашып, приздарға, дипломдарға лайыҡ була. Былтыр ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ситтән тороп уҡырға ингән. Әле Өфөләге 4-се балалар баҡсаһында эшләй. Ҡустыһы Семен Талбазыла лицейҙа уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Гагарин исемендәге кубокка мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән республика олимпиадаһының муниципаль этабында физкультура буйынса беренсе урынға сыға, һигеҙ дипломға һәм дүрт билдәгә эйә була. ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ.
Эльмира Рәшит ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән 2018 йылда бүләкләнә. Ринат Зөфәр улы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Светлана Даун синдромы менән донъяға килә. Был хаҡта йөклөлөк осоронда билдәле булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсә ҡыҙҙарын үҙҙәре тәрбиәләйәсәге тураһында белдерә.
Хәҙер Светлана 4-се класты өй шарттарында тамамланы. Ижад менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. “Үҙеңдең донъяңды һүрәткә төшөр” республика балалар ижад конкурсында ҡатнашып, дипломға, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының республика бүлексәһе сертификатына лайыҡ була, лицейҙа ойошторолған конкурстарҙа ҡатнаша.
Ҡыҙҙары Лина Талбазы лицейында III класты тамамланы. Инглиз теле түңәрәгенә йөрөй. Данил улдарына ДЦП диагнозы ҡуйылған. Уны өйҙә тәрбиәләү өсөн әсәһе 2018 йылда эштән китергә мәжбүр була.
Ринат Зөфәр улы, өмөтһөҙлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Атай кеше, һәр балаһын яратып, йәмғиәттә лайыҡлы урын тапһындар, яҡшы шарттарҙа йәшәһендәр өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы булдырырға тырыша.
Маҡтау һүҙҙәренә, наградаларға лайыҡ булырҙай атайҙар эргәбеҙҙә етерлек. Әйҙәгеҙ, уларҙы башҡаларға өлгө итеп күрһәтәйек. Ғаризаларҙы 1 июлгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.
Иғтибар!
Маҡтау һүҙҙәренә, наградаларға лайыҡ булырҙай атайҙар эргәбеҙҙә етерлек. Әйҙәгеҙ, уларҙы башҡаларға өлгө итеп күрһәтәйек. Ғаризаларҙы 1 июлгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА