Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 08:30

Битарафтар кәмей

 II Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү тамамланды.

Битарафтар кәмей
Битарафтар кәмей

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттарын һайлау буйынса II Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү тамамланды. Унда бөтәһе 10,7 миллион кеше ҡатнашҡан, шуға ярашлы объекттар һайлап алынған, артабан уларҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһына индереләсәк. Әйткәндәй, был турала Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының урынбаҫарҙары Алексей Ересько менән Константин Михайлик белдерҙе.

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин әйтеүенсә, бындай мөһим эшкә халыҡты йәлеп итеү айырыуса отошло, сөнки тап улар үҙҙәренең биләмәһенә нимә кәрәк икәнен яҡшы белә. Беҙҙең ҙур илебеҙҙә барыһына ла һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған, шул уҡ ваҡытта Рәсәй танылыу яулай бара, ә инде халыҡтың үҙ иленә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуы күпте һөйләй.

Рәсәйҙең 84 төбәгенән 1,5 муниципалитет биш мең объектты йәмәғәт ҡарамағына сығарҙы, шул иҫәптән 411 дизайн-проектты һәм 4540 объектты. Төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа Башҡортостанда 565 882 кеше ҡатнашҡан.

– Бындай йәмәғәт саралары кешеләрҙе фатирынан урамға сығарыуға булышлыҡ итә, – тине Башҡортостан торлаҡ-хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев. – Халыҡ туған ҡалаһына бүтән күҙлектән ҡарай башланы. Бынан ары йәмғиәткә битараф булмағандарҙың артыуы ҡыуандыра.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.    

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: