Иртәгә, 11 июндә, Баймаҡ районының Бетерә ауылында ағалы-ҡустылы Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндарҙың тәүге тапҡыр Урман һабантуйы үткәрергә йыйыныуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Һеҙ фотола күргән оҫта ҡуллы егет Денис Фәхретдинов тап ошо сараға әҙерләнеп йөрөй. “Һабантуйҙа ағастан һын эшләү буйынса ла ярыш була, Денис шуға "репетиция" яһай”, - тип яҙҙы атаһы Ғәле ағай Фәхретдинов.
Аталы-уллы Ғәле һәм Денис Фәхретдиновтарҙы Баймаҡ төбәгендә оҫта ҡуллы ир-егеттәр булараҡ беләләр. Улар эшләгән һандыҡтар килен бирнәһе менән ҡай тарафтарға ғына юл алмаған! “Сәләмәтлегем арҡаһында был шөғөлөмдө туҡтатып торҙом. Уның ҡарауы, эшемде улым Денис дауам итә. Ул инде минән дә уҙҙырҙы!” – ти ҙур ғорурлыҡ менән атай кеше.
Денисты ла Баймаҡ ҡалаһы халҡы оҫта ҡуллы һөнәрмән тип белә. Нимә генә эшләмәй ул: сабыйҙар өсөн сәңгелдәктән алып семәрле баҫҡыстарға, йорт йыһаздарына тиклем сынъяһау итеп ижад итә. Әле Денис эшҡыуарлыҡтың тағы бер тармағына – тулыһынса йәшәргә әҙер итеп йорттар төҙөүгә тотонған. Оҫта ҡуллы, тәүәккәл, эшһөйәр башҡорт егетенә уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар Денис һәм Ғәле Фәхретдиновтарҙың шәхси архивынан.