Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь , 07:00

Иғтибар: һабантуйҙар күсерелә!

Ҡайһы райондарҙа байрам кисектерелә һәм ни өсөн?

Иғтибар: һабантуйҙар күсерелә!
Иғтибар: һабантуйҙар күсерелә!

Башҡортостан күген Каспий диңгеҙе яғынан килгән көньяҡ циклон ҡапланы. Көн һайын тиерлек бөтә республика буйынса ҡойоп ямғырҙар яуа. Ә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йылғаларҙа һыу күләменең күтәрелеүе тураһында иҫкәртә.

Ошо сәбәпле Башҡортостандың күп кенә райондары 11 июндә үткәрергә планлаштырылған һабантуйҙарҙы кисектерә. Был турала район хакимиәттәре башлыҡтары үҙҙәренең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә.

Шәмбе байрам 27 районда үтергә тейеш ине. Белорет, Благовещен, Бөрө, Бөрйән, Мишкә, Нуриман, Салауат, Шишмә райондары һабантуйҙы күсерә. Әлегә 18 июнгә тиклем. Бының сәбәбе – туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һәм насар һауа торошо. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә лә һабантуйҙар кисектерелә.

Фото: kitaplong.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в