“Башҡортостан” гәзитендә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан һуғыш һәм тыл ветерандары араһынан 97-се йәшен ҡыуған Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Нурғәлина ғына иҫән.
Ул 1925 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе Ғафури районының Яңы Бурлы ауылына күсә. Ғәптиә Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1944 йылда ошонда уҡ уҡыта башлай. Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Йәш белгес Әбйәлил районының Ташбулат, Балапан ауылдарында һәм Баймаҡта уҡытыусы булып эшләй. Унда ул тормош иптәше Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлинде осрата.
Миңә лә, хеҙмәт ветераны менән бер нисә тапҡыр осрашып, уның иҫтәлектәрен тыңларға насип итте. Ғәптиә Нурғәлина олпат йәштә булһа ла, хәтере яҡшы, зиһене теүәл, һәр хәл-ваҡиғаны йылдарына хәтле теүәл иҫләп һөйләй.
– Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы, хеҙмәт юлығыҙҙың төп өлөшө “Совет Башҡортостаны” гәзитенә бәйле. Өфөгә ниндәй яҙмыш еле илтте?
– Тормош юлдашым Зиннур Нурғәлин Көньяҡ Урал райондарында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булды. 1959 йылда уны Өфөгә, йәғни “Совет Башҡортостаны” гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡырҙылар. Беҙ ғаилә менән баш ҡалаға күсендек.
Мин 1964 – 1981 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә корректор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Ирем, академик Зиннур Әхмәҙи улы менән 70 йыл бергә ғүмер иттек, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Оло улыбыҙ Нур – иҡтисад фәндәре кандидаты, ҡыҙыбыҙ Люциә – филология фәндәре кандидаты, ә Илдарыбыҙ – инженер-оптик.
Зиннур Әхмәҙи улын гәзит редакцияһында ихтирам иттеләр, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем үрләтеп, Мәскәүгә уҡырға ебәрҙеләр. Унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына ректор итеп тәғәйенләнеләр. Аҙаҡ ул Халыҡ-ара төрки академияһы вице-президенты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт фонды рәйесе, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, профессор, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Яҙыусылар союзы ағзаһы, бик күп мәҡәлә һәм китаптар, монографиялар авторы булыуға өлгәште. 2018 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Ғөмүмән, “Совет Башҡортостаны” гәзите Зиннур Әхмәҙи улына Өфөгә юл асты, яңы үҫешкә ҡанаттар ҡуйҙы.
– Һеҙҙең быуын Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тылда тос өлөш индергән...
– Беҙ бик күпте күрҙек, бесәнен дә саптыҡ, баҫыуҙарҙы ла утаныҡ, картуфын да сәстек, борсағын да, игенен дә йыйҙыҡ. Көлтәне йөк арбаларына ырғыта инек. VII класты тамамлаған балалар өсәр ай эшләй торғайны. Колхозсыларҙан да күберәк тир түккән ваҡыттар булды.
Һуғыш йылдарында Яңы Бурлы ауылында колхозда эшләнем. 16-17 йәштә һауын һыйырын егеп ер ҙә һөрҙөм, тырматтым да. Һыйыр ята ла ҡуя, ә мин, эргәһенә барып, муйынынан ҡосаҡлап илайым. Үҫтергән игенде тулыһынса һуғышҡа оҙата инек, үҙебеҙгә бураларҙа ғына бер аҙ тороп ҡала. Ярым ас йәшәнек. Фронт өсөн кәбән-кәбән бесән дә тейәнек, һыбай ҙа йөрөнөк.
1942 йылда VIII класты тамамланым. Элек иң ҡыйыны уҡыу ине, сөнки мәктәптәр аҙ булды. Үҙемдән генә сығып әйтәм, I–II кластарҙа Мостафала уҡыным, шунан Дүртаяҡ тигән ауылға барып, III класты тамамланым. Ғафури районына күскәс, беҙҙән 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Үтәш ауылына IV класҡа барҙым. V–VII кластарҙа Бурлыла белем алдым. Артабан 60 саҡрым йыраҡтағы Яңғыҙ Ҡайын ауылында уҡыным, сөнки унда Х класс бар ине.
1942 йылда ҡыҙҙарҙы санитарка, медицина хеҙмәткәре итеп һуғышҡа оҙатыу өсөн йыя башланылар. Оло ҡыҙҙар унда бармаҫ өсөн ҡасты, һуғыштан ҡурҡалар бит. Эргәләге Ҡауарҙыла нефть резервуарҙары бар ине. Унда эшләгәндәргә бронь бирәләр. Беҙ, шунда барып, эшкә урынлаштыҡ.
Бер яҡтан Ағиҙел аға, тирә-яҡты ҡыуаҡтар ҡаплап алған. Ерҙе соҡоп, нефтте күлдәй итеп һалып ҡуйғандар. Килеп ут төртһәләр, донъя юҡҡа сыға бит инде, шуны һаҡлайбыҙ.
Миңә 17–18 йәш. Ҡарауылсы булып, мылтыҡ тотоп, Иҙел буйында һаҡта торам. Беседка кеүек урынға баҫып, бер кешене лә ебәрмәйбеҙ. Бер ваҡыт берәү миңә табан килә. “Килмә, килмә бында! Минең янға килергә ярамай!” – тип ҡысҡырам. Ул туп-тура миңә ҡарап атлай. “Атыу мин һиңә атам! Миңә атырға ҡуштылар!” – тим. Әлбиттә, атыуға шәп инем, класта төҙ аттым, беренсе инем. Ул: “Ат мине!” – ти. Танып ҡалдым, атайым икән.
Уҡыған кешеләрҙең бер кемен дә ҡалдырмай һуғышҡа алып бөттөләр. Беҙҙе шундай уҡытыусылар уҡытты – ул заманда ҡултамға ҡуйып, гәзит уҡый белһә, шулар ҙа белем бирә ине. VII класты бөткәнсе рус теле уҡытыусыһы булманы.
Мәҙәк хәлдәргә лә тарый инек. Мәҫәлән, йыр уҡытыусыһы ла рус телен насар белгәндер инде. Беҙҙе “Шилбарбей” тип йырлата, ә ғәмәлдә ул “Шел в борьбе и тревоге 18-й год” булған. Резурвуарҙы һаҡлағанда, хәрби әҙерлек ваҡытында ҡорал менән йөрөгәндә командир беҙгә: “Байкатусь! Байкатусь!” – тип ҡысҡыра, ә ул: “К бою – готовься!” тигән бойороҡто аңлата икән. Беҙ уның нимә әйткәнен барыбер аңлай инек.
VII класта уҡ беҙҙе “хәрби эшкә” өйрәттеләр. Бөгөнгө балалар бәхетле – йырлап бейеп кенә йәшәйҙәр, тормош матур хәҙер.
– Еңеү тураһында хәбәрҙе ҡайҙа ишеттегеҙ?
– Еңеү хәбәрен дә Яңы Бурлыла ишеттем. Ошо шатлыҡлы хәбәрҙе еткергәстәр, күмәкләшеп ҡосаҡлашып иланыҡ. Демонстрацияға сыҡтыҡ, ауылдың бөтә урамдарынан ҡыҙыл флаг менән үттек. Илебеҙ дошманға ҡаршы һуғышһа ла, белем учреждениеларын һаҡлап ҡалды. Мәҫәлән, 1942 йылда Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәп асылды, балалар күп уҡыны. Мәктәптә туҡланыу ҙа ойошторолғайны. Бер телем икмәк менән өйрә бирҙеләр. Был ризыҡтарҙың тәмен әле лә онотмайбыҙ.
– “Совет Башҡортостаны”нда кемдәр менән бергә эшләнегеҙ?
– Бик шәп егеттәр менән эшләнем. Тик улар тураһында һөйләй башлаһам, ҡыйын, илайым да ҡуям, сөнки күптәренең ғүмере ҡыҫҡа булды. Ул саҡта баш мөхәррир Абдулла Исмәғилев бик талапсан етәксе, тәрән белемле ине.
Ул йылдарҙа беҙ иртәнге сәғәт 7-лә эшкә барып, гранкаларҙы уҡып, төҙәтергә бирәбеҙ ҙә шунан гәзит ҡағыҙынан уҡыйбыҙ. Уларҙы ике-өс тапҡыр төҙәтә торғайныҡ. Бер хәрефте төҙәтер өсөн бер абзац ҡайтанан линотипта йыйыла торғайны. Ул абзацты йыйғанда тағы хата китә лә йәнә йыйыла. Шулай ыҙаланыҡ беҙ. Гранканы үҙебеҙ аҫҡы ҡаттан төшөп алабыҙ ҙа тағын уҡыйбыҙ, төҙәткәс, тағы илтәбеҙ. Гәзиттә хәреф хатаһы китһә, шелтә бирә торғайнылар, элек талаптар бигерәк ҡаты булды.
Беҙ эшләгәндә гәзит мөхәрририәте Пушкин урамындағы 63-сө йортта урынлашҡан ине, ә типография – Карл Маркс урамында. Мөхәрририәттән типографияға материалдарҙы махсус кешеләр ташыны. Ул ваҡытта тәржемә эше беҙҙе бик ыҙалата торғайны. Мәскәүҙәге сығыштарҙы башҡортсаға әйләндереп бөткәндәрен көтөп, таңғы сәғәт 4-кә тиклем эшләгән мәлдәр ҙә йыш булды.
Ошо гәзиттең исемен һаҡлап ҡалыу, юҡҡа сығармау өсөн тырышып йөрөнөк инде беҙ. Хәҙер һеҙгә йөҙөп эшләү мөмкинлеге тыуҙы.
– Һеҙ 60 йылдан ашыу Өфөлә йәшәйһегеҙ. Элекке баш ҡаланы нисек итеп иҫләйһегеҙ?
– Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер 1956 йылда тапшырылған. 1961 йылда аэропортты беҙҙең баҡса яғына күсерҙеләр. Ул саҡта юл насар булды, сынаяҡ ҙурлығында таштар ята ине. Улар өҫтөнән машинала дөбөр-шатыр һикертә-һикертә сығып китәбеҙ. Беҙ Өфөгә килгәндә ана шундай заман ине. Хәҙер аэропорт юлын ҡарағыҙ әле – ялтырап ята, Иглин, Нуриман яҡтарына күҙ һалығыҙ: йорттар күккә үрелеп, ҡояшҡа тоташып торғандай. Бөгөнгө уңыштар, үҫеш-ҡаҙаныштар Владимир Путин кеүек етәкселәрҙән килә ул. Уларҙы әрләргә кәрәкмәй, үҙебеҙгә эшләргә өйрәнеү фарыз.
– Бөгөн һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Йәштәрҙең эштән ситләшеүе борсоуға һала. Элек баҡсалар эшкәртелде, баҫыуҙар буш ятманы. Хәҙер кеше ерҙә эшләмәй, картуф, кишер үҫтермәй, бөтә аҙыҡ-түлекте магазиндан һатып ала. Былай барһа, артабан нисек йәшәрҙәр?!
– Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы, йәнле һәм фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
- Рәмилә МУСИНА