Зәбирә Тимерхан ҡыҙы, Баҡалының уңған, оҫта ҡуллы ҡыҙҙарының береһе, яҙмыш ҡушыуы буйынса Балтас тарафтарына килен булып төшә. Йәш сағында Стәрлетамаҡ, Сибай ательеларында тегенсе булып эшләп, бай тәжрибә туплай. Ҡул эштәренә оҫта, бөтмөр ҡатын хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, яратҡан һөнәрен айырыуса күңелен һалып башҡарырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға форсат таба.
Ике ҡатлы ҙур йорттоң өҫкө ҡатында уның оҫтаханаһы урынлашҡан. Киң өҫтәлде ҡаплаған йөн ҡатламынан оҙаҡламай кейеҙ баҫылып, ул матур, модалы, зауыҡлы пальтоға әүерелергә тейеш. Зәбирә Фәхрәзиеваның хеҙмәт емештәре менән танышҡас, һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәнек. Йөндән шундай затлы, йылы кейемдәр ижад итеп була икән! Фотола һеҙ шуларҙың береһен оҫтабикәнең өҫтөндә күрәһегеҙ, ҡулындағы сумкаһы ла кейеҙҙән.
– Ҡарап тороуға матур булһа ла, эш еңелдән түгел. Бер ҡышҡы пальтоны әүәләп әҙерләү өсөн, баш баҫып эшләгәндә лә, өс көндән бер аҙнаға тиклем ваҡыт сарыф итергә тура килә, – ти хужабикә. – Йөндө Троицкиҙан барып алам.
Һуңғы осорҙа боронғо халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү республикала һәйбәт традицияға әүерелә бара. Башҡорттарҙың хужалығында ла быуаттар буйы кейеҙгә ҙур урын бирелгән, һарыҡ аҫрау, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу – борондан килгән кәсеп. Өҫ һәм баш кейемдәрен дә йөндән әүәләп, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләргә яратҡандар.
Зәбирә Тимерхан ҡыҙы әйтеүенсә, йөн әйберҙәр һаулыҡ өсөн дә файҙалы. “Эш бер нисә этаптан тора, тәүҙә эшкәртелгән йөндө әүәләйһең йәки кейеҙ өсөн нигеҙ әҙерләйһең, йөн ҡатламын тығыҙлайһың. Аҙаҡ уға биҙәк һалаһың һәм тағы йөн ҡатламын тығыҙлайһың”, – тип ҡыҫҡаса ғына аңлатты оҫта.
Зәбирә Тимерхан ҡыҙының һөнәрен дауам итерлек, эш рәтен өйрәнеп, матур кейемдәр ижад итерлек, алдағы быуындарға тапшыра алырлыҡ өс ҡыҙы булыуы һөйөнөслө. Әлегә улар ситтә йәшәһә лә, “әсәнән күргән – тун бескән” тигәндәй, был һөнәрҙе үҙ итеренә ышаныс бар.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Балтас районы.