Мирсәлих ҡарт, яҡты донъя менән бәхилләшеп тә өлгөрмәй, күҙҙәрен йомдо. Васыятнамәһен дә яҙырға форсат тапманы мәрхүм. Ярай, уныһы өсөн ҡайғыраһы юҡ. Ни менән бай, ни менән бар булған – берҙән-бер улына, уның ғаиләһенә ҡала. Күңеле тыныс. Туған-тыумасаһы тартып алып бөтөрмәҫ. Намыҫ, выждан тигән бөйөк төшөнсәләр бар бит әле фани донъяларҙа!
Ҡарт зәңгәр тулҡындар өҫтөндә бәүелеп ятҡандай хис итте үҙен. Бына, төп йортома барырға миңә лә сират етте, ахыры, тип уйлап ҡуйҙы ул. Ә нисек ҡаршыларҙар унда? Ғүмере буйы хыял иткән Раййан ишектәре асылып китеп, татлы Ожмахҡа эләгерме? Тел йоторлоҡ хөрмә, әфлисундарын ауыҙ итеп, сылтырап аҡҡан баллы, һөтлө шишмәләрҙән тамағын сылатырмы? Әллә ҡыҙған таба ялап, тамуҡ киҫәүе булырмы? Ғазраил ҡайҙа илтер? Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән сығып, теләктәре ҡабул булһа ине. Ярай әле иҫән сағында: “Китеп барһам, моргтарына алып барып, тәнемде тәләфләп ярҙыра күрмәгеҙ!” – тип ышаныслы кешеләренә әйтеп ҡалдырған.
“Ошо йәшемә етеп, бер тапҡыр ҙа балнистарына барып ятҡаным булманы. Һәр ағзам тулы көйө генә Раббым ҡаршыһына барып баҫһам ине!” – тип ятҡан-торған һайын теләне ҡарт. Бына, ниһайәт, теләге ҡабул булырға тора. Әлхәмдүлилләһ! Шулай уйланып ятҡанда, әбейе Нәһрикамал уның ҡулдарын күкрәгенән алып, кәүҙәһе буйлап һалды. Аяҡтарын төҙәйтте. Тағы ла бер тапҡыр “Тәбәрәк” сүрәһен уҡып, өҫтөнә бысаҡ һалды.
Бүләк – ҡуш йоҙроҡтай ғына ауыл. Хәбәр тиҙ тарала. Мирсәлих ҡарттың да теге донъяға китеп барыуы тураһындағы хәбәр менән төш ауғансы барыһы ла таныш ине. Тиңдәштәре, таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре, туған-тыумасаһы – барыһы ла әбей менән бабай йортона ағыла башланы. Баҡса аръяғындағы ҡарт өйәңкеләр ҙә шығыр-шығыр килеп, шомло уйға сумып, ғүмер баҡый үҙҙәрен балалары кеүек тәрбиәләп тотҡан хужа менән бәхилләште.
Мирсәлих ҡарт өйҙөң ҡап уртаһында, һырҙар менән сымарланған йөҙө менән Ҡиблаға ҡарап, тып-тыныс ята. Иҫән саҡтағы кеүек мап-матур көйө. Ап-аҡ һаҡалы ла элекке кеүек ниндәйҙер сер һаҡлағандай. Тик 80-гә етеп төҫһөҙләнмәгән, уңмаған зәңгәр күҙҙәре генә йомоҡ.
– Ураҙа айында Ҡәҙер кисендә генә үлеп китте, йәндәре изге булған икән мәрхүмдең, – тип һөйләнеп ҡуйҙы иң тәүгеләрҙән килеп еткән Шәмсениса әбей.
Баш осонда ғына ултырған Мөбәрәк тә Мирсәлих ҡарттың йәш ваҡыттарын, типһә осҡондар сығарырҙай саҡтарын иҫкә алды. Ғәҙәттә, мәйет сыҡҡан өйҙә мәрхүмде, мәрхүмәне яҡшы булғанмы ул, яманмы – тик изге күңелле итеп кенә иҫкә алыу йола. Мирсәлих ҡарт та ауылдың иң изге, иң миһырбанлы, иң итәғәтле, сабырҙан-сабыр кешеһе булып күҙ алдына баҫты. Холҡоноң бөтә ауылдаштарына билдәле ҡайһы бер тиҫкәре яҡтары онотолдо. Барыһы ла ғәфү ителде.
Мирсәлих ҡарттың йәне кәүҙәһенән еңел генә айырылып сыҡты ла мөйөштәге ағас ҡаҙаҡҡа барып аҫылынды. Әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек кисерә ул. Ниһайәт, ерҙән ауыр итеп атлап йөрөмәй. Ул оса! Гүйә, ҡошҡа әйләнгән! Тик ҡанаттары барлығын ғына тоймай. Әммә ул оса! Күңеле тулы һиллек, мөғжизә!
Һаҡлап ултырыусыларҙы барлап сыҡты йәне: әлдә яратҡан, ихтирам иткәндәр генә килгән. Әлхәмдүлилләһ! Һәм һөйләшкән тауыштарҙы йотлоғоп тыңлай башланы.
Ошо ваҡыт, имән ыңғырашып ауғанды хәтерләткәндәй, шығырлап ишек асылды. Ҡаратояҡ урамының “Тумыртҡа” ҡушаматлы Ғәйникамалы икән. Тумыртҡа кеүек туҡ та туҡ итеп йөрөп кенә тора был әбей. Бүләктең ни яңылыҡтары бар – бөтәһе лә уның теле, ҡолағы, күҙе аша үтә. Яҡшыны – ярпайтып, яманды ҡартайтып түгел, уның иләге, киреһенсә, иләй. Ҡайҙа мәйет сыға, ул шунда. Белгән-белмәгән доғаларын, аят-сүрәләрен уҡып, хәйергә төшкән аҡсаларын, әйберҙәрен үҙенең үлемтегенә ҡуйып, бер пенсияһына ҡарап, көңгөр-ҡаңғыр килеп йәшәгән яңғыҙаҡ әбей ул. Йәш ваҡытында бер-ике тапҡыр кейәүгә лә сығып ҡараны. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ҡыҫыр булғас, ирҙәре үҙҙәре ташлап ҡасты. Бала бағыу бәхетенән мәхрүм ҡалған бисә ир бәхетен, ир ҡосағының йылыһын тойоуҙан да мәхрүм булды. Шунан шомланыпмы, ҡорһаҡлы бисәләр үҙҙәренең балаһына уны кендек әбейе иткеһе килмәне. “Балабыҙ ғүмерле булмаҫ, ырыҫыбыҙ кибер, түлебеҙ ҡорор”, – тип уйланылар шикелле.
Ҡарсыҡ башына төшкән был бәхетһеҙлекте шым ғына кисерҙе. Инде ғүмер йомғағының яртынан күбеһе тәгәрәп һүтелеп бөткәндә, уға аҙ ғына уңыш йылмайҙы. Мәйет һаҡлаусы, йыуыусы булып танылды әбей. Был тынғыһыҙ хеҙмәт ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Ғәйникамалдың ҡатҡан күңелен йомшартып ебәрҙе. Ҡайғылы саҡта кешегә үҙенең иң кәрәкле бәндә икәнлегенә һөйөнөп бөтә алманы. Хатта ваҡыты-ваҡыты менән үҙен яңынан тыуғандай хис итеп, Раббы тарафынан уға инселәнеп ебәрелгән бәхетен тейешенсә ҡабул итте. Көнө-төнө доғала булды.
Тик Мирсәлих ҡарт был әбейҙе яратманы. Яратыу ғынамы, булмышы-ние менән дошман булды. Үҙе гел тураһын ярып, дөрөҫөн асып һөйләгәс, әбейҙең мутлығы, яһиллығы, мин-минлеге оҡшаманы. Йәш ваҡытта бер тотам артынан ҡалмай эйәреп йөрөгәне иҫкә төшһә, ене ҡуба ине. Сөнки теге саҡта... күҙгә инеп барған себен кеүек, ҡатындың үҙенең ҡосағына сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды бит ул. Нәфсеһенә хужа була алманы ир.
Мирсәлихтең һәр быуынын ошо шаталаҡ бисәкәй яулап алды. Яна-көйә бер нисә тапҡыр осраштылар. Ярай халыҡ һиҙмәйерәк ҡалды. Юғиһә икәүһенең дә башы бөтә ине. Мөхәббәт көҫәгән шаян Ғәйникамал аҙ ғына ваҡытҡа ирле булһа, Мирсәлих был хыянат арҡаһында яратып өйләнгән хәләленән саҡ ҡолаҡ ҡаҡманы.
Нәһрикамалы бит торғаны бер фәрештә. Мәңге шулай булды. Үҙе тыныс холоҡло, үҙе һомғол буй-һынлы. Ут егәрлелеге, күндәмлеге тураһында әйтеп тораһы юҡ. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән уны бутау мөмкин түгел. Бер ҡасан да!
Мирсәлихтең Нәһрикамалы йөрәгендә булһа, Ғәйнийе түшәгендә ине. Хатта ошолайтып исем дә ҡушып өлгөрҙө йәриәһенә ғашиҡ ир.
Әле ишектән шул Ғәйникамал, оялмайынса, үҙе инеп киләсе. Ыстағафирулла тәүбә! Саҡырылмаған ҡунаҡты күреп, ул ҡалҡынып ҡуйҙы. Ниҙер әйтергә теләгәйне, Шафиҡ ҡарт әкрен генә: “Сабыр ит, сабыр ит, ҡорҙаш”, – тип һөйләнә-һөйләнә, уны тынысландырып, арҡаһынан яратып, кәүҙәһен кире урынына ятҡырҙы. Үҙе, әбейгә сығып китергә ымлап, ишек яғына ишараланы. Уны-быны көтмәгән ҡарсыҡ, тороп килгән мәйетте күреп, ҡобараһы осоп, шып туҡтаны. Сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Мәйет һаҡлаусылар тып-тын ғына ултыра. Ҡарттың йөҙө ниңәлер ҡып-ҡыҙыл булып киткән. Битендә тамсы-тамсы тирҙәр хасил булған.
– Мәрткә генә китмәнеңме икән һин, дуҫ кеше? Ҡайғы-фәлән белдереп, бер ҙә генә ҡоҙғон ҡысҡырманы һуңғы араларҙа, – тип тыныс ҡына ятҡан дуҫынан һораны Шафиҡ.
– Юҡ, үлдем! Ысынлап үлдем мин! – тип яуапланы Мирсәлих. Шафиҡ уның яуабын ишетмәне. Ауыл мәсетенә яңыраҡ ҡына эшләргә тип килгән йәш хәҙрәт тә, танауы өҫтөнә төшкән күҙелдереген рәтләй-рәтләй, шөбһәләнеп, бер тапҡыр “Әлхәм”де уҡыны ла, “Бисмилла” итеп, “Көлһыуалла”ға күсте.
Ҡөрьәнде биш бармағы кеүек яттан белгән Латифа әбей, хәҙрәт яңылышып китһә, эстән төҙәткеләп ултырҙы, ләкин тышҡа сығарып, ғәләм алдында рисауай итмәне, сөнки йолаһы шулай ҡуша. Икенсенән, йәштәрҙе ярата ул. Ни тиһәң дә, уларҙы алмаштырасаҡ быуын килгән бит. Киләсәктә, баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәс, уларға доға ҡыласаҡ быуын.
Ә был ваҡытта Мирсәлих ҡарт яурынындағы ике фәрештә менән ҡыҙыу бәхәс алып бара ине. Изгелектәрҙе яҙып барған аҡ ҡанатлы “Нәнкир” исемлеһе ғүмер буйы ҡылған эштәрен түкмәй-сәсмәй яҙып барған икән, рәхмәт төшкөрө. Тыуғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем алып барған ап-аҡ эш ҡағыҙҙарын барлап сыҡҡас, Ғазраил алдында һығымта яһаны:
– Был әҙәми заттың мәрхәмәтлеге, изгелеге шунса-шунса мыҫҡалда...
Мирсәлих ҡарттың тәненә, рәхәтләндереп, йылылыҡ таралды. “Ҡарасәле, ошо йәшкә еткәнсе ҡылған изгелектәремдең бер тамсыһын да ҡалдырмай, онотмай, башҡаларҙыҡы менән бутамай, теп-теүәл итеп, дөрөҫ яҙып барһын әле был фәрештә. Аллаһтың рәхмәттәре яуһын үҙеңә, изге күңелле Нәнкир фәрештә!” – тип әйтергә уҡталғайны, ауыҙы асылманы. Гүйә, йоҙаҡ менән йоҙаҡланған.
Ғазраилды ғүмер баҡый ҡурҡыныс итеп күҙ алдына килтереп йәшәй халыҡ. Уның ҡолаҡтары ергә тиклем һәлберәп төшкән, ыржайған тештәре күкрәгенә төшөп ҡаҙалған, оҙон ҡойроғон биленә уралған, кәбәндәй кәүҙәле булырға тейеш ине ләбаһа. Ҡулында ауырып ятҡандарҙы, хатта һауһаҡтарҙы ла ҡырып-һеперә торған үткер салғыһы булырға тейеш! Йәнен алырға килгән Ғазраил ҡурҡыныс ҡиәфәттә түгел ине. Мирсәлихкә ул шундай яҡын, ғәзиз тойолдо. Үҙенән әллә нурҙар ҙа бөркөлгәндәй булды инде?!
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА
(Аҙағы бар).