

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Белорет районының Инйәр ауылында тыуған. Ул – бөтә ғүмерен туған халҡына, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә арнаған шәхесебеҙ.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Башҡорт АССР-ы Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе була.
Гүзәл Ситдиҡова йәмәғәт эштәре менән бер ыңғайҙан ижадҡа ла ваҡыт таба. Ул – 12 китап авторы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шулай уҡ беҙ уны Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире булараҡ та беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Гүзәл Ситдиҡова – “Башҡортостан” гәзитенең дә тоғро дуҫы һәм әүҙем авторы. Юбилярҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!
Фото: Г. Ситдиҡованың шәхси архивынан.