Шишәмбе Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының форумы – “Медиайыйын” уҙҙы. Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән сараның төп темаһы – “Яңы саҡырыуҙар шарттарында медиатармаҡтың һәм журналистиканың торошо” булды.
“Эшегеҙ өсөн рәхмәт!”
Медиафорумда республикабыҙҙың бөтә райондарынан 600-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән дәүләткә ҡарамаған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә ҡатнашты. Был – медиа-тарихта Башҡортостандың бөтә журналистарын берләштергән беренсе ҙур йыйын.
Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, Мәскәү ҡунаҡтары сығыш яһаны. Пленар ултырышта “Russia Todaу” телеканалының генераль директоры Алексей Николов, “Аргументы и факты” йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Мишункина, “Рәсәй 1” телеканалының Яңы медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезина һәм башҡалар спикерҙар булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
– Был сараны хәҙер йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Былтырғыһының йомғаҡтары буйынса 15-ләп ҡарар әҙерләнгәйне, әлегә уларҙың туғыҙы үтәлде. Район хәбәрселәренең эш хаҡтары күтәрелде, журналистар өсөн гранттар булдырҙыҡ. “Матбуғат йорто” буйынса ҡарар бар ине, уға капиталь ремонт кәрәк. Был эш әлеге иҡтисади хәлдәр сәбәпле бер аҙ кисектерелә, әммә мотлаҡ башҡарыласаҡ, – тип башланы сығышын.
Республика етәксеһе Башҡортостан журналистарына эшмәкәрлектәре өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Республика тормошоноң бөтә өлкәләре лә ваҡытында һәм дөрөҫ итеп яҡтыртыла. Хәбәрселәр айырыуса коронавирус пандемияһы осоронда алғы һыҙыҡта булды.
– Кешеләр был сиргә ышанмай ине, сикләүҙәргә кире ҡарашта булды. Тик һеҙҙең, журналистарҙың, ярҙамы менән был ауыр осорҙо бергә үтә алдыҡ. Яйлап кешеләргә барыһын да аңлаттыҡ. Аҙаҡ вакцина яһатыу кампанияһы башланды, антиваксерҙар менән әүҙем эш алып барылды. Иҡтисадҡа ярҙам саралары ваҡытында яҡтыртылды, дөрөҫ мәғлүмәт бирелде. Беҙҙең журналистар ҡурҡып тормай “ҡыҙыл зона”ларға инә башланы, – тине ул һәм ошо ҡыйыу хәбәрселәрҙең исемдәрен атаны.
Радий Хәбиров белдереүенсә, журналистарҙы яңы саҡырыуҙар көтә. Ил Президенты ҡарары менән Украинала махсус хәрби операция бара.
– Хәрби операция менән бергә илебеҙгә ҡаршы быға тиклем тиңе булмаған “мәғлүмәт һуғышы” асылды. Беҙ һис шикһеҙ Президенттың курсын хуплайбыҙ һәм егеттәребеҙгә теләктәшлек белдерәбеҙ. Гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнәбеҙ. Әле Донбасста табиптарыбыҙ эшләй, төҙөүселәр ҡалаларҙы тергеҙә. Был эштә лә журналистарыбыҙ гуманитар конвой менән унда барып ҡайтты, хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп яҡтырта, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе республикала башҡарылған башҡа ыңғай эштәр тураһында ла һөйләне:
– Әле беҙ санкциялар баҫымы шарттарында эшләйбеҙ. Шулай ҙа Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия менән бәйләнештәрҙе нығытабыҙ, Ҡытайға барырға әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, иҡтисадҡа ауыр, тик беҙ быға әҙер булырға тейешбеҙ. Һәм журналистар был йәһәттән ыңғай миҫалдарҙы күрһәтергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы журналистарға урман янғындарын һүндерешеү, социаль проекттар ойоштороу һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға, шул иҫәптән Украинала һәләк булғандарҙың ғаиләһенә ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған сараларҙы яҡтыртыуҙа ла беҙҙең хәбәрселәр һынатманы.
Артабан форумда ҡатнашыусылар алдында саҡырылған федераль эксперттар сығыш яһаны. Russia Today телеканалының генераль директоры Алексей Николов заманса шарттарҙа мәғлүмәт майҙанының революцион трансформацияһы тураһында һөйләне.
– Бөгөн журналистарға мәғлүмәт оперативлығында социаль селтәрҙәр менән ярышыуы ҡыйын. Шуға күрә редакциялар һәм профессиональ коллективтар өсөн мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ тапшырыуға һәм ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртыуға бөтә көсөн һалырға кәрәк, – тине Алексей Николов. – Һеҙҙең төп бурысығыҙ – халыҡ ышаныс белдергән баҫмаларҙың һәм каналдарҙың абруйын яҡлау.
“Аргументы и факты” акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Мишункина билдәләүенсә, киң мәғлүмәт сараларына ышанысты арттырыу өсөн журналистарҙың үҙҙәренең яҡтыртҡан ваҡиғаларға ҡушылыуы мөһим.
– Халыҡтың улар менән йәнәш йөрөүселәргә ышанысы күберәк, – тине ул. – Ул саҡта эшегеҙҙең сифаты һәм объективлығы шик тыуҙырмаясаҡ.
Пленар ултырыш һуңында Радий Хәбиров республикабыҙҙың алдынғы журналистарына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та бар. Уға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы кәңәшсеһе Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм Мәләүез районының “Путь Октября” гәзите хеҙмәткәре Наталья Дмитриева наградланды. Күптәргә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы IT-индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеме лә бирелде. Бер төркөм журналистар Башҡортостан Башлығы Рәхмәтенә лайыҡ булды.
Һанлы журналистика өҫтөнлөк яулай
Пленар өлөштән һуң эш секциялар ултырышында дауам итте. “Баҫма медиа” секцияһының төп сығыш яһаусыһы Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный булды. Хәҙерге заман ысынбарлығы шул: яйлап ҡына ҡағыҙ баҫмалар кәмей һәм төп иғтибар электрон төргә – сайттар, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙарға күсә. Нисек кенә булмаһын, халыҡ ҡайҙа – журналистар ҙа шунда. Хәҙер кеше мәғлүмәттең ҙур өлөшөн Интернеттан ала. Тимәк, баҫма гәзиттәргә яйлап шунда күсергә тура килә. Спикер журналистарға уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн сайттарҙы, социаль селтәрҙәрҙе нисек алып барырға өйрәтте, республикабыҙ баҫмаларының сайттарына ентекле анализ яһаны.
“Һанлы медиа” секцияһы ултырышында “Диалог” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының дәүләт пабликтарын үҫтереү бүлегенең алдынғы белгесе Алена Волкова сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, социаль селтәрҙәрҙә эшләмәйенсә, сайттарҙы алға ебәреү мөмкин түгел. Алена Волкова уҡыусыларҙы йәлеп итерлек эш алымдары тураһында һөйләне. Нисек кенә булмаһын, матбуғат сараларына халыҡҡа яҡын булырға, социаль селтәрҙәр аша улар менән аралашырға, бәйләнеш булдырырға кәрәк.
“Диалог” ойошмаһының контентты алға ебәреү бүлегенең алдынғы белгесе Мария Шильникова “Телеграм”да эш” темаһы буйынса сығыш яһаны. “Телеграм” ҙур билдәлелек яулай башланы. Марттан алып 40 миллион самаһы яңы ҡулланыусы килгән, ун меңдән ашыу яңы канал булдырылған. Ғөмүмән, бындағы төп аудитория – өлгөрөп еткән, сәйәсәт, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынғандар. Һәр кем үҙенең күңеленә яҡын канал таба ала: сәйәсәт, юмор, мода, берәй тематика буйынса һүрәттәр, видеояҙмалар, белем биреү каналдары, күңел асыу һәм башҡалар.
Илһөйәрлек – изге ҡиммәт
“Медиапатриотизм” секцияһында ҡатнашыусылар бөгөн иң көнүҙәк, мөһим темаларҙың береһе булған илһөйәрлек, киң мәғлүмәт саралары аша ошо изге ҡиммәтте тәрбиәләү алымдары тураһында һүҙ алып барҙы. Оҫталыҡ дәресенең эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева ҡатнашты.
Азат Бадранов, секцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы, һөҙөмтәле эш теләне. Ул, бөгөнгө шарттарҙа журналистиканың төп принциптары дөрөҫлөккә, ихласлыҡҡа һәм асыҡлыҡҡа таянырға тейеш, тип билдәләне.
Алена Алексееваның сығышы, йөкмәткеле булыуы өҫтөнә, ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән кеше исеменән бәйән ителеүе ҡыҙыҡ булды.
– Бынан һигеҙ йыл элек беҙҙең журналистар икегә бүленде, хәл-торош үҙгәрә башлағас, патриоттар тыуған республикаһында ҡалды, ә башҡалар Киевҡа китеүҙе хуп күрҙе.
Әлеге ваҡытта Донецк Халыҡ Республикаһында 18 гәзит донъя күрә, уларҙың өсәүһе – республика, бишәүһе – төбәк, ҡалғандары урындағы баҫмалар. Алты радиостанция эшләй. Бөгөнгө ваҡиғалар баҫма матбуғаттың мөһимлеген, кәрәклеген айырыуса асыҡ күрһәтте. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Мариуполдә бөтөнләй электр уты юҡ, шуға күрә асыҡ, дөрөҫ мәғлүмәт таратыу сараһы булып гәзиттәр ҡала.
Әле беҙ Рәсәйҙең ҙур ярҙамын тоябыҙ. Быларҙың барыһын да ваҡытында яҡтыртып барырға тырышабыҙ. Һәм беҙ Рәсәй менән мәңгегә бергә буласаҡбыҙ тип ышанабыҙ, – тине Алена Александровна.
Ул әлегә Донбасста бер генә балалар баҫмаһы ла донъя күрмәүенә үкенес белдерҙе.
БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов был йәһәттән “Аҡбуҙат” балалар журналы, БР Журналистар союзы менән берлектә проект эшләү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Форум барышында әлеге башланғысты тормошҡа ашырыу тураһында килешелде.
“Заман журналистикаһы” секцияһында төп спикер булараҡ “Russia Todaу” телеканалының генераль директоры Алексей Николов сығыш яһаны. Алексей Львович бөгөнгө шарттарҙа мәғлүмәт алыу үҙенсәлектәре тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Әгәр элек беҙ мәғлүмәтте башлыса һүрәттәр, текст аша алһаҡ, 2.0 селтәре һәм социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килеү менән мәғлүмәт һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына, – тип билдәләне ул.
Ошондай шарттарҙа дөрөҫтө ялғандан, кәрәкле, мөһим мәғлүмәтте файҙаһыҙынан айырыу бик мөһим. Спикер быны миҫалдар ярҙамында тасуирлап күрһәтте.
Журналистар яңы мөхиттә эшләргә өйрәнә
“Мәскәү Медиа” акционерҙар йәмғиәтенең социаль медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезинаның оҫталыҡ дәресе эшкә этәргес бирҙе. Уларҙың береһе “Digitall шарттарында төбәк киң мәғлүмәт саралары өсөн яңы ысынбарлыҡ саҡырыуы” темаһы буйынса ойошторолдо. Марина Сезинаның һанлы мөхит шарттарында эшләү буйынса һөйләгәндәре журналистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
– Бөгөнгө оҫталыҡ дәресенең маҡсаты ябай – Диджитал шарттарында үҙеңдең эшеңде үҫтереү. Ул – аудитория менән бәйләнештең, аралашыуҙың төп майҙансыҡтарының береһе.
Баҫмаларға тәү сиратта һанлы мөхиткә инеп, шунда үҙеңдең аудиторияңды туплауға иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, – тине ул.
Ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш
“Социаль селтәрҙә эш трендтары-2022” секцияһы эшен Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы. Унда көнүҙәк темалар, шул иҫәптән Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙары, брифингтар, фокус-төркөмдәр һәм башҡалар ҡаралды. Мәҫәлән, заман өсөн хас фейктар, уларҙы нисек таныу хаҡында һөйләшеү булды.
Елена Прочаковская социаль селтәргә аналитика хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы, Белорет районы, Октябрьский ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтарының социаль селтәрҙәге сәхифәһен күптәр ҡарай, урындағы эштәр, яңылыҡтар менән танышып бара.
– Ябай һәм аңлайышлы итеп яҙырға кәрәк, – тине Елена Анатольевна. – Мәлендә кәрәк булғанда телефонға төшөрөлгән фотолар һәм видеолар ҙа файҙаланыла.
“Медиайыйын”да йәмәғәтселек бәйләнештәре үҫеше өлкәһендәге “Көмөш уҡсы” милли премияһының башҡарма директоры Надежда Явдолюк киң мәғлүмәт сараларының биләмәләр үҫешендәге өлөшө хаҡында һөйләне.
Мәҫәлән, геобрендинг тураһында. Был – аныҡ биләмәнең – ҡаланың, райондың, ауылдың йәки ҡасабаның – баҙар иҡтисадындағы тауарҙы алға этәреү, уны таныулы итеү өсөн мөһим ҡоралы.
– Геобрендинг – биләмәнең конкурентлыҡ һәләтлелеген күтәреү маҡсатында урындағы үҙенсәлектәр тураһындағы ыңғай мәғлүмәттәрҙе алға этәреү. Инвесторҙар уларҙы ҡыҙыҡһындыра алғанда ғына биләмәгә киләсәк, – тине Надежда Явдолюк.
Киләһе осрашҡанға тиклем!
Был юлы форумда башлыса журналистика һәм патриотизм темаһына һөйләшеү булды. Хәбәрселәрҙең яңы шарттарҙа эшләүе, мәғлүмәтте еткереү алымдары ентекләп тикшерелде. Граждандарҙы, тәү сиратта балаларҙы, илһөйәрҙәр итеп, дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк тигән бурыс ҡуйылды. Һәм был эштә дәүләт менән бер рәттән журналистарҙың да өлөшө ҙур булырға тейеш тип һығымта яһалды. Бурыс ҡуйылғас – үтәрбеҙ!
Радий Хәбиров көҙ айында милли баҫмалар өсөн айырым форум үткәрергә тәҡдим итте. Шулай булғас, оҙаҡламай йәнә осрашыу, фекер алышыу булыр тип көтәбеҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА,
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА,
Айһылыу НИЗАМОВА,
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА