Ҡотлауҙа шулай тиелә:
“Хөрмәтле Волга буйы федераль округында йәшәүселәр, һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым!
Был байрам – беҙҙең милли берҙәмлек, илһөйәрлек һәм Тыуған илгә хөрмәт билдәһе. Беҙҙә, Волга буйы федераль округында, төрлө милләт, дин вәкилдәре йәшәй. Барыһының да Ватаны бер – Рәсәй, ҡаһарман, көслө, изгелекле халҡы булған ил. Бөйөк еңеүҙәр, геройҙарыбыҙ, йолаларыбыҙ менән һәр саҡ ғорурланабыҙ. Данлы үткәнебеҙҙе онотмайбыҙ һәм лайыҡлы киләсәк төҙөйбөҙ. Рәсәйҙең үҫеше һәр беребеҙгә бәйле.
Волга буйы федераль округында йәшәүселәргә хеҙмәт һәм берҙәмлек өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә, яҡындарығыҙға сәләмәтлек, тыныслыҡ, Рәсәйҙең именлегенә йүнәлтелгән барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем”.
Фото: pfo.gov.ru