Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2022, 11:00

Бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ

Андрей Назаров: "Һәр беребеҙ – бөйөк һәм үҙенсәлекле илдең өлөшө".

Бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ
Бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Бөгөн Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Төрлө тарихи осорҙарҙа төрлө идея доктриналары булды. Рәсми халыҡсанлыҡтың самодержавие доктринаһы ла, СССР дәүеренең большевизмы ла, туҡһансы йылдарҙағы либераль реформалар ҙа дәүләтебеҙҙең айырым үҫеш этабына тура килде, әммә төп ҡиммәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала. Был – ғаилә, йолалар, яҡындарыңа ярҙам итеү, кешеләргә хөрмәт һәм Тыуған илгә һөйөү. Улар – Рәсәй дәүләтенең нигеҙе. Был ҡиммәттәр бер илдең дә суверенитетыбыҙҙы, үҫеш өҫтөнлөктәрен, бойондороҡһоҙлоғобоҙҙо яҡлаясағыбыҙҙы, ҡәрҙәш халыҡтарға ярҙам итәсәгебеҙҙе туҡтатмаясағыбыҙҙы шик аҫтына ҡуйыу хоҡуғының юҡлығын күҙаллай.

Рәсәй киләсәге хаҡында һүҙ йөрөткәндә, бөгөн алдыбыҙға ҡуйылған мәсьәләләр хаҡында аңларға тейешбеҙ. Көнбайыш илдәре Икенсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килгән һәм тиҫтә йылдар буйы халыҡ-ара аренала ҡыҙыҡһыныуҙар балансын тәьмин иткән элекке геосәйәси системаны һындырыуға курс алды. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең төп маҡсаты – иҡтисади, хоҡуҡи, сәйәси суверенитет нигеҙендә тотороҡло үҫешкә сығыу. Илебеҙ етәкселеге Көнбайыш коллективына Рәсәй Федерацияһының донъя периферияһы роле менән ҡәтғи риза түгеллеген белдерҙе. Илебеҙгә билдәләнгән был донъя тәртибе тотороҡло була алмай.

Республикабыҙҙа шулай уҡ үҫеш тракторияһын барлыҡҡа килтерҙек. Башҡортостан киләсәген фәнни-техник, мәғариф һәм ресурстар потенциалында күрәбеҙ. Көнәркәшлек мөхитендә, көн һайын илдең иң уңайлы төбәген ойоштороуға аҙым яһап, яҡшыраҡ булырға тейешбеҙ.

Дуҫтар, һис ҡасан булмағанса, беҙ бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ. Рәсәй – беҙҙең һәр беребеҙ, бергә беҙ – бөйөк һәм үҙенсәлекле илдең өлөшө. Байрам менән!”

Фото: bashkort-balahy-min.vsite.biz

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: