Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2022, 22:00

"Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?"

Республика етәксеһе Радий Хәбиров баш ҡалабыҙ һәм уның символы Һыуһар тураһында ниҙәр яҙҙы?

Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

"Яратҡан баш ҡалабыҙ символы Һыуһар мөһим байрам алды мәшәҡәттәре һәм Өфөләге төҙөлөштәр тураһында һөйләйәсәк, беҙҙең менән байрамдарҙа күңел асасаҡ, ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ, оҙатасаҡ.

Өфөнөң юбилейын билдәләргә беҙҙең республикаға төрлө ҡалаларҙан, илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк - баш ҡаланы һәм бөтә республиканы ипкә килтерәйек. Аҙаҡ та барыһын да тәртиптә тоторбоҙ.

Өфө баш ҡала ғына түгел. Ул - бар республика халҡы өсөн иң яҡын һәм иң ҡәҙерле мегаполис. Бында бынамын тигән юғары уҡыу йорттары бихисап, өйҙән әллә ни йыраҡҡа китмәй генә яҡшы һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Өфөлә һуңғы ваҡытта заманға ярашлы йыһазландырылған яҡшы йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны артабан да артасаҡ.

Ситкә сыҡмай, Өфөлә генә сноубордта, ишкәкле таҡтала йөрөргә, ысын урманда ял итергә була. Бындай урындар тағы ҡайҙа бар һуң?

Беҙ йыш ҡына ҡалалағы етешһеҙлектәрҙе күреп, ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ, әммә быны Өфөнө яратҡанға, кире күренештәрҙе бөтөрөр өсөн әйтәбеҙ.

Әйҙәгеҙ, Өфө шатлыҡ, ижад, дуҫлыҡ урынына әйләнһен өсөн бергәләп тырышайыҡ!

Мин бик күп урындарҙа булдым һәм ҡыйыу әйтә алам: Өфө – иҫ киткес күркәм ҡала! Һәм ул тағы ла яҡшырасаҡ!

Барығыҙға ла изгелек һәм яҡтылыҡ!”

Римма СОЛТАНОВА.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Читайте нас: