Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь , 11:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Радий Хәбиров республиканың матбуғат хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.

Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостандың хәҙерге медиатармағы республика тормошон һәр яҡлап яҡтыртыуҙы тәьмин итә, яңылыҡтар менән йылдам таныштыра, кешеләргә төп ваҡиғалар үҙәгендә торорға ярҙам итә.

Бөгөн яңы медиатехнологиялар әүҙем үҫә, мәғлүмәт киңлеге киңәйә. Журналист һүҙе йәмғиәттә әһәмиәтле һәм абруйлы булып ҡала. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ һөҙөмтәһендә беҙ халыҡты борсоған проблемалар тураһында беләбеҙ, уларҙы һөҙөмтәле һәм тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ.

Республиканың киң мәғлүмәт өлкәһендә халыҡ менән власть араһындағы бәйләнеште тәьмин иткән өс меңгә яҡын журналист эшләй. Яңы ысынбарлыҡта беҙ, бер яҡтан, үҙебеҙҙең киң мәғлүмәт сараларының тел һәм мәҙәни берҙәйлеген һаҡларға, икенсе яҡтан, яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә, мультимедиалы һәм һанлы алымдар ярҙамында кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы контент булдырырға тейешбеҙ.

Матбуғат һәм журналистика өлкәһендә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгән, йолаларҙы һаҡлап ҡалған, тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашҡан ветерандарға рәхмәт.

Һеҙгә һүнмәҫ ижади дәрт, яңы идеялар һәм ниәттәр теләйем! Журналист һүҙе һәр саҡ хаҡлыҡҡа, изгелеккә, тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен!

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән, дуҫтар! Ижади уңыштар теләйем!” – тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в