Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2022, 21:00

Тәүҙә аварияла ирен юғалта...

Ә әле биш балалы тол ҡатын йортһоҙ ҡалған.

Тәүҙә аварияла ирен юғалта...
Тәүҙә аварияла ирен юғалта...

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тиҙәр. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 36 йәшлек Ирина Сәләхова быны үҙ иңендә кисерә. Быйыл март айында ул ҡурҡыныс аварияла ирен юғалта һәм биш балаһы менән тол ҡала. Был ҡайғыһынан арынып та бөтә алмай, уның башына тағы бер бәлә төшә – уларҙың йорттары янып юҡҡа сыға.

Был ғаилә тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа. Ирина менән Данил Сәләховтар өлгөлө ғаилә була. Уларҙың биш балаһы тыуа, өйҙәренән һәр ваҡыт бәхет урғылып тора. Тик 11 мартта уларҙың ғаиләһенә ҙур ҡайғы килә. Төндә ғаилә башлығы эш буйынса сығып китә һәм Илеш районында аварияға эләгә. Уның еңел машинаһы йөк машинаһы менән бәрелә һәм ул урында йән бирә.

– Был ваҡытта мин уның янында булманым. Тыныс ҡына йоҡлап яттым һәм бер секундта биш бала менән тол ҡалғанымды ла һиҙмәнем. Тәүге көндәрҙә машинаға ултырырға һәм уның кеүек ҙур машинаға барып бәрелгем килде. Тик балаларым бар бит... – тип һөйләй ул.

Юғалтыуҙан һуң саҡ ҡына үҙенә килгәс, ул ире менән бергә төҙөй башлаған йортто ремонтларға тотона.

"Эштәр һәм пландар күп ине. Бөтә аҡсаны йортҡа һалдым, балаларҙы иремдең тыуған еренә килтереп, уңайлы шарттарҙа йәшәтергә теләй инем. Тик 25 майҙа бөтә пландар йәнә емерелде. Йортобоҙ нигеҙенә тиклем янды, фундаменты ғына ҡалды. Иремде юғалтыу ҡайғыһын кисереп өлгөрмәнем, йортһоҙ ҡалдыҡ", - тип яҙа Ирина социаль селтәрҙәрҙә.

Әле ҡатын йортто тергеҙергә өмөтләнә. Улар балалар менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Тик бының өсөн бик ҙур аҡса кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр уға участканы һатырға һәм аҡсаһына өй алырға тәҡдим итә, тик ул ғына аҡсаға йорт алып булмаҫы аңлашыла. Беҙ Иринаға бар һынауҙарҙы имен үтергә һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: