Рәсәй Президенты Башҡортостандың бер нисә кешеһен Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был ҙур награда кешеләрҙе экстремаль шарттарҙа ҡотҡарғанда күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм юғары профессионализм өсөн бирелә. Документ 15 июндә хоҡуҡи мәғлүмәттең федераль порталында баҫылған.
Орден менән Константин Бузанов, Петр Филиппов, Салауат Хәбиров һәм Владимир Былда (вафат булғандан һуң) наградланды.
Тағы ла бер нисә яҡташыбыҙ маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы хеҙмәткәре Рауил Йосоповҡа “Рәсәй балыҡсылыҡ хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре”, Өфө урман техникумынан Фәриҙә Садиҡоваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе”, “Урал-ТАУ” хеҙмәткәре Ринат Вәлиевкә “Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы” исемдәре бирелде.
Фото:pgduma.ru