Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 18:45

Иҡтисади-социаль хәл тотороҡло

Республика Башлығы яңы төр дәүләт ярҙамы буйынса аңлатыу эштәрен әүҙемләштерергә ҡушты.

Иҡтисади-социаль хәл тотороҡло
Иҡтисади-социаль хәл тотороҡло

15 июндә Республика менән идара итеү үҙәгендә Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб  ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә ҡулланыусылар баҙарында, сәнәғәттә, халыҡтың мәшғүллеге өлкәһендәге хәл торошо ҡаралды.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков ҡулланыусылар баҙарында хәлдең тотороҡло булыуын, етештереүселәрҙең сеймал менән тулыһынса тәьмин ителеүен, аҙыҡ-түлеккә дефицит күҙәтелмәүен, предприятиелар эшендә өҙөклөктәр булмауы тураһында хәбәр итте.

БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев министрлыҡ белгестәре тарафынан төп төркөмгә ҡараған тауарҙарға хаҡтарҙы көн һайын күҙәтелеүен белдерҙе. Аҙыҡ-түлектең - 52, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарҙың 19 төрөнә, шул иҫәптән төҙөлөш материалдарына көн һайын мониторинг уҙғарыла. 520 магазин һәм баҙар – иғтибар үҙәгендә.

Радий Хәбиров, тотороҡло хәлде иҫәпкә алып, мониторингты аҙнаһына бер тапҡыр үткәреүҙе хупланы.

РБ Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев тармаҡта үҫеш динамикаһының һаҡланыуын хәбәр итте. Ғинуар-апрелдә сәнәғәт етештереүе  индексы 105,7 процент тәшкил иткән. Эре предприятиеларҙың күбеһе план күһәткестәрен үтәгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин июнь айында дарыуҙарға хаҡтарҙың үҙгәрмәүен, медицина ойошмаларының  медикаменттарҙы йыллыҡ килешеүҙәр нигеҙендә алдан алыуҙарын, аптека складтарында дарыуҙарға дефицит күҙәтелмәүен белдерҙе.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников республиканың хеҙмәт баҙарында ла хәлдең тотороҡло булыуы тураһында бәйән итте. 14 июнгә эшһеҙлек кимәле 1,13 процент тәшкил иткән.

Ирек Сураков хәбәр итеүенсә, 2023 йылдан шәхси хужалыҡтарҙа, баҡсаларҙа йәшелсә культуралары үҫтереүсе халыҡҡа ярҙам сараһы ҡараласаҡ.

 “Үҙмәшғүлдәр шәхси хужалыҡтарында картуф йәки башҡа йәшелсә үҫтереп һатыуға киткән сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия алырға хоҡуҡлы буласаҡ. Республикаға ошо маҡсатта федераль бюджеттан 200 миллион һум йүнәлтеләсәк тип күҙаллана”,  –  тине министр урынбаҫары.

Республика Башлығы яңы төр дәүләт ярҙамы буйынса аңлатыу эштәрен әүҙемләштерергә ҡушты.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: