Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 18:30

ИКЕА магазиндары башҡаса асылмаясаҡ

Компанияла эшләгән егерме меңгә яҡын хеҙмәткәр өсөн был бошондорғос хәбәр...

ИКЕА магазиндары башҡаса асылмаясаҡ
ИКЕА магазиндары башҡаса асылмаясаҡ

Күптәр яратҡан  ИКЕА магазины Рәсәйҙә башҡаса бөтөнләй асылмаясаҡ – был хаҡта бөгөн компанияның дөйөм йыйылышында мәғлүм булған. 

Һис шикһеҙ, был йорт өсөн кәрәк-яраҡтар, йыһазды фәҡәт шунан һатып алған кешеләр өсөн насар яңылыҡ, ә  компанияла эшләгән егерме меңдән ашыу хеҙмәткәр өсөн был тағы ла күңелһеҙерәк, бошондорғос хәбәр.

Шулай итеп, март башында ябылған компания Рәсәйҙән хәҙер бөтөнләйгә китә, әммә ул урынлашҡан «Мега» сауҙа комплекстары һаҡлана. Компания Рәсәй Федерацияһындағы фабрикаларҙы һата башлаған һәм хеҙмәткәрҙәр араһында оптималләштереү ойошторған.

Компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы бер нисә айҙа донъяла бизнес-процестар һәм тәьмин итеү сылбырына бәйле хәл киҫкенләшкән.  Тап ошо арҡала компания яҡын киләсәктә Рәсәйҙә һатыуҙы тергеҙеү мөмкинлеген күрмәй. Һөҙөмтәлә, «Интер ИКЕА» һәм «Ингка» компаниялар төркөмө Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ күләмен кәметергә ҡарар иткән.

 –  Был ауыр ҡарар, әммә беҙ уның урынлы икәнлегенә ышанабыҙ. ИКЕА-ның Рәсәйҙәге ваҡлап һатыу бизнесы паузала ҡала. Был ҡарар ҡулайлаштырыуға килтерәсәк, ул бик күп хеҙмәткәрҙәргә ҡағыласаҡ, ти компания етәкселеге.

Фото: tvsamara.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в