Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Ведомство етәксеһе Максим Ульчев журналист һөнәренең бөгөнгө көндәге ролен, журналист һүҙенең баһаһын айырып билдәләне. “Республиканың киң мәғлүмәт сараларында фиҙакәр хеҙмәт иткән өс меңгә яҡын журналист халыҡ менән власть араһындағы бәйләнеште тәьмин итә. Тап улар тарафынан тәьмин ителгән сифатлы, хаҡ мәғлүмәт майҙаны дөрөҫ йүнәлешле дәүләт сәйәсәте алып барыуға ла булышлыҡ итә. Һөнәрегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ, һәр ваҡыт алғы сафта булыуығыҙ өсөн рәхмәт!” – тине Максим Ульчев сығышында.
Бүләкләнеүселәр араһында ошо көндәрҙә барлыҡҡа килеүенә 105 йыл тулыуҙы билдәләгән “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренең дә булыуы – беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Гәзитебеҙҙең фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына, дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге хәбәрсеһе Әлфиә Минғәлиева Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Коллегаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да уңыштар, ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Нәсих Хәлисов фотолары.