Рөстәм Нәбиевте республикала белмәгән кеше юҡтыр. Бала саҡтан яҙмыш уға һынауҙар ебәрә – әсәһен юғалта, ә әрмелә саҡта аяҡһыҙ ҡала. Егет, ихтыяр көсөн туплап, тормош һынауҙарына бирешмәй, яңы үрҙәр яулауын дауам итә. Бөгөн ул - билдәле блогер, сәскәләй ике ҡыҙҙың атаһы, һөйгәне Индираның яратҡан ире.
Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә уға арнап йыр башҡарылыуы хаҡында хәбәр таралды. Кем һуң Рөстәм Нәбиевҡа мөхәббәт йырын бағышлаусы тип аптырап ҡалыусылар ҙа булған икән. Баҡтиһәң, Рөстәмдең ҡатыны Индира иренә үҙенең тәүге йырын арнап башҡарған. Ул "Күктәргә тиклем яратыу" тип атала.
- Был мөхәббәт, мөхәббәт тарихы хаҡындағы йыр икенсе яртымдың эскерһеҙ мөхәббәтенән барлыҡҡа килгән дә инде. Иң ауыр ваҡытта ла был хистәрҙең ҡотҡара алыуы, ҡанаттар һәм илһам биреүе мөмкин, – тип яҙған Индира үҙенең сәхифәһендә.
Ысынлап та уларҙың мөхәббәте күптәрҙә һоҡланыу уята, киләсәктә лә иң изге хистәрегеҙҙе сайпылдырмай, бер-берегеҙгә йыр-моңдар бүләк итеп, ҡыҙҙарығыҙҙы үҫтереп, бәхетле һәм мөхәббәтле тормошта йәшәргә яҙһын! Ә йыр ысынлап та бик шәп!
Фото: steepmen.ru