Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 10:00

“Үткән аҙна Баймаҡ ваҡиғаларына бай булды...”

Тап шулай тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. 

“Үткән аҙна Баймаҡ ваҡиғаларына бай булды...”
“Үткән аҙна Баймаҡ ваҡиғаларына бай булды...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Үткән аҙнам Баймаҡ ваҡиғаларына бай булды.

Беренсенән, “Башҡорт аты” фестиваленең ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙек. Әгәр бөтә уй-ниәттәрҙе башҡарып сыға алһаҡ, ул быйылғы йылдың иҫ киткес шәп этномәҙәни һәм этноспорт сараһы буласаҡ. “Ирәндек” фонды егеттәре әйтеүенсә, Рәсәйҙә иң ҙур атлы парад ойошторасаҡбыҙ. Әҙерләнәбеҙ.

Икенсенән, төрлө министрлыҡтарҙағы коллегалар менән берлектә хәҙер инде туғандар кеүек булып бөткән Басай һәм Күсей ауылдары халҡы менән осрашыуҙар уҙғарҙыҡ. Хәҙер улар менән хатта проблемалы мәсьәләләр буйынса ла ғаилә мөхитендәгесә фекер алышабыҙ. Карьерҙар, юлдар, бесәнлектәр – барыһын да урындағы халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп хәл итәбеҙ.  

Өсөнсөнән, легендар хореограф Йәүҙәт Бикбирҙиндең хәтерен мәңгеләштереү буйынса изге эштә ҡатнаштым. Башҡорт бейеүен яратыусылар мине аңлар, һәр хәлдә “Генерал Игзаков”ты һәр кемегеҙ беләлер. Был бейеү халҡыбыҙҙың хәрби данын сағылдыра.

Дүртенсенән, “Урман һабантуйы”нда ҡатнаша алыуыма шатмын. Бында урмансылар һәм ҡул эше оҫталары ярышты. Бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс тамаша булды, балталар ҙа, бензобысҡылар ҙа эшкә егелде. “Батырҙар ярышы” ла булды, тимәк, Радий Хәбировтың башланғысын халыҡ ҡабул итте.

Бишенсенән, һыуы ныҡлап кәмемәҫ элек Ғәҙелшаны барып күрергә тәҡдим итәм. Шарлауыҡ та, эргә-тирәһендәге тәбиғәт тә һоҡланғыс. Быны үҙ күҙең менән күрергә кәрәк”, - тип яҙҙы Азат Шамил улы.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/a.badranov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: