Рәсәйҙә ҡайһы бер көнбайыш социаль селтәрҙәрен блокировкалау VPN-сервистарға иғтибарҙың артыуына килтерҙе. Уларҙы файҙаланыу йышлығы һиҙелерлек артҡан. Әммә интернет ҡулланыусылар бының хәүефһеҙме, юҡмы икәнлеге хаҡында уйланамы икән?
CyberART ГК Innostage киберянауҙарҙы иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Антон Кузьмин иҫәпләүенсә, VPN-сервистар ниндәйҙер кимәлдә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал: улар интернет-трафикты ҡулланыу күләмен арттыра, шулай уҡ интернет тиҙлегенең кәмеүе ихтимал. Телефонда йәки компьютерҙа һаҡланған мәғлүмәттәрҙең хәүефһеҙлегенә хәүеф янауы ла бар.
Эксперт һүҙҙәренсә, VPN-сервисын даими рәүештә ҡабыҙылған килеш ҡалдырырға ярамай. Был программаны айырым ҡушымталарҙың эшкә һәләтлелеген тәьмин итеү өсөн генә файҙаланыу зарур. Башҡа ваҡытта VPN-ды һүндереп ҡуйырға кәрәк. Был бигерәк тә банк ҡушымталары, шәхси почта, дәүләт һәм муниципаль берәмектәрҙең ресурстары менән эшләүгә ҡағыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Антон Кузьмин. VPN-сервис эшләп торған мәлдә онлайн-банкка инһәгеҙ, мөһим мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүенә юл ҡуймаҫ өсөн, кисекмәҫтән саралар күрергә кәрәк. Эксперт кәңәше буйынса, бының өсөн иҫәп мәғлүмәттәрен яңыртыу, банк күсермәләренә сикләүҙәр ҡуйыу, онлайн түләүҙәрҙе тыйыу зарур.
Шулай уҡ программа мутлашыусыларға йәки хакерҙарға һатыу өсөн ҡулланыусының һанлы профилен булдырыуы ихтимал.
VPN ҡулланыусылар уға интернет-провайдер булараҡ ышана. Тик бына провайдерҙарға етдиерәк талаптар ҡуйыла. VPN-серверҙарҙың төрлө илдәрҙә урынлаша алыуын һәм яуыз ниәтле хакерҙар ҡулына эләгеү ихтималлығын барлыҡ ҡулланыусылар ҙа аңлап етмәй. Белгес һүҙҙәренсә, популяр VPN-серверҙарҙың яртыһынан күбеһе Ҡытайҙа урынлашҡан. Ә бит был илдә улар тыйылған.
Йыш ҡына ҡулланыусылар VPN-ды мобиль платформалар, ә һуңынан компьютерҙар өсөн күсереп ала. Шуны ла белергә кәрәк: эксперт һүҙҙәренсә, түләүле версиялар ышаныслыраҡ. Ләкин уяу булыу зарур: ҡулланыусыларға ҡағылышлы мәғлүмәттең ситкә китмәйәсәгенә бер кем дә гарантия бирмәй.
Фото: wp-seven.ru