Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2022, 16:00

Муса Гәрәев тураһында фильмға малай эҙләйҙәр

Кинола төшәсәк герой ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш? 

Муса Гәрәев тураһында фильмға малай эҙләйҙәр
Муса Гәрәев тураһында фильмға малай эҙләйҙәр

Муса Гәрәев тураһында төшөрөләсәк фильмға малай эҙләйҙәр. Буласаҡ киногерой ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?

6-10 йәш арауығында, ҡаҡса кәүҙәле булыуы, башҡорт телен белеүе шарт. Шулай уҡ быға тиклем кинола төшөү йәки театр студияһында шөғөлләнеү тәжрибәһе булыуы мотлаҡ, ти ойоштороусылар.

Һайлап алыу ошо көндәрҙә буласаҡ, ә фильмдың үҙен 28 июндә төшөрә башларға уйлайҙар.

Әгәр һеҙҙең улығыҙ үрҙәге талаптарға яуап бирә икән, һылтанма буйынса үтеп, анкета тултырырға кәрәк. Шулай уҡ баланың фотоһын һәм шиғыр, мәҫәл йәки прозанан өҙөк һөйләгән видеоһын ҡушып һалырға кәрәк. https://docs.google.com/forms/d/1H5p_wX_7AP8fPpmtECofKE4q8d1istnC3xJMTMKMpEA/edit

Белеүебеҙсә, быйылғы йылдың 9 июлендә данлыҡлы летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республикала ҙур саралар үткәреү планға алынған.

Фото: ufaved.info

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в