“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк комитетында “Йәйге хыял” тигән акцияға ярашлы матбуғат конферецияһы ойошторолдо. “Йәйге хыял” акцияһы сиктәрендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан мәжбүри күсенгән балаларҙы ял лагерҙарына урынлаштырыуҙы хәстәрләйҙәр.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, акцияның маҡсаты – балаларға шатлыҡ һәм яҡшы ял бүләк итеү.
– Был ҡыҙҙар һәм малайҙар былай ҙа тормош михнәтен күп күргән, – тине Руслан Насретдинов. – Уларҙың йәшәргә йорттары юҡ, ҡыҫҡаһы, бер нимәһеҙ тороп ҡалдылар. Шуға күрә һәр йәһәттән дә ярҙам итергә кәрәк.
Руслан Насретдинов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, “сит балалар булмай” тигән һүҙҙәрен телгә алды.
Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Эдуард Сәйетбатталов һәм башҡа рәсми кешеләр телмәр тотто.
Әйткәндәй, акция 10 июндә башланды. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында ойошторола.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.