Бөгөн Өфөлә ҙур Граждандар форумы бара. Уның эшендә Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың ир-егеттәр советы рәйесе Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Беҙгә ул ошо советтың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
– Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда йәмғиәтебеҙҙә үҙгәрештәр бара. Күреүебеҙсә, ир-аттың баһаһы кәмей. Атайҙар улдары менән эшләп еткермәй. Һөҙөмтәлә етемдәр, айырылышыуҙар арта, алимент түләмәй ҡасып йөрөгәндәр күп. Шуға күрә беҙ ир-аттарҙың йәмәғәт ойошмаһын булдырырға ҡарар иттек. Уның төп маҡсаты ябай ҙа, мөһим дә – атайҙарҙың, ғөмүмән, ир-егеттәрҙең баһаһын күтәреү. Һуңғы ваҡытта ата-әсәйҙәрен ташлағандар артты, ҡартайған яҡындарын ҡарттар йортона тапшыралар ҙа, улар унда ғүмерҙәренең ахырын еткерә. Әлбиттә, унда өлкәндәргә ғаилә йылыһы етмәй, тормошҡа асыулы кешегә әйләнәләр, сөнки иң яҡын кешеләре лә ташлаған. Күптәр миңә мөрәжәғәт иткәне бар, “улыма әйтегеҙ инде, мине килеп алһын”, тиҙәр. Мин шылтыратып һөйләшкәс, килеп алыусылар ҙа булды. Элек һуғыш ваҡытында ла ундай хәлдәр булмаған, ата-әсәһен ташламағандар. Әйтеүҙәре буйынса, тапшырыр өсөн сират тора, бик насар күренеш был.
Минең ҡарамаҡҡа был тәрбиә етешмәүҙән, тәү сиратта атай тәрбиәһе етмәүҙән. Миңә атайым һәр саҡ әйтә ине: “Улым, ир-егеттең мөҡәддәс бурысы ғаиләһен һаҡлау, балаларын, ата-әсәһен ҡарау”. Шундай хәлдәр булғас, тимәк, аталары эшләп еткермәгән. Икенсе яҡтан ҡарағанда, айырылышыуҙар күп. Балаларға алимент түләмәйҙәр һәм был да йылдан-йыл күбәйә. Беҙ атайҙар балалары, айырыуса улдары менән күберәк ваҡыт үткәрергә һәм дөрөҫ тәрбиә бирергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Балаларҙы Ватанын, тыуған ерен яратырға, баланы, ата-әсәне ҡарарға крәк тип үҫтерергә кәрәк. Ойошмабыҙ ике йыл эшләй. Райондарҙа филиалдар бар, улар ҙа әүҙем генә эш алып бара. Быйыл икенсе форумды үткәрергә йыйынабыҙ, – тине ул.
Автор фотоһы.