Барлыҡ ир-егеттәр ысын атай була аламы икән? Баланы яратырға, уның өсөн яуаплылыҡ тоя белергә һүҙ менән өйрәтеп булмайҙыр, ул – күңелдең түренән сыҡҡан тәрән тойғо. Кемдер бер балаһына ла тейешле иғтибарын бирә алмай, кемдер алтау-етәүен дә оло тормош юлына әҙерләп сығара.
Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, өс бала атаһы Алмас Йәнекәев һәр яҡлап ҡаҙанышҡа өлгәшкән, тәүге уңышы уның эшенә бәйле булһа, икенсеһе – ғаиләһендә, балаларында. Яуаплылыҡ сифаттары бала сағынан һалынған тиһәк тә, хата булмаҫ. Ғүмерлек һөнәренә ҡыҙыҡһыныуы мәктәп йылдарынан килә Ибрай ауылы егетенең.
– Беҙҙең ауыл – элек-электән көрәшселәр төбәге. Әсәйем яғынан нәҫелебеҙҙә көрәшселәр күп. Заманында олатайым да һабантуйҙар батыры булған. IV класта ағайым ауылда балалар өсөн көрәш түңәрәге ойоштороп ебәрҙе, мин дә йөрөй башланым һәм шул ваҡыттан спорттан айырылғаным юҡ. Тәүге еңеүем VI класта уҡығанда район һабантуйында булды, унда 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә еңеп, тәкә алдым. Ул саҡта үҙемдән бигерәк яҡындарым ҡыуанғандыр. Хатта күршеләр ҙә инеп ҡотланы, – тип бала сағының матур хәтирәләре менән уртаҡлашты Әлшәй көрәшсеһе.
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән егеттең алдында аныҡ маҡсат тора – ошо йүнәлештә һөнәр һайларға. Шуға ла ул тәүҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһына физкультура техникумына юллана. Аҙаҡ Урал физик культура университетында белем ала. Техникумда уҡыған сағында уҡ республика йыйылма командаһы составында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына ярыштарға йөрөй.
Үҙең белеү бер һәләт булһа, белгәнеңде йәш быуынға өйрәтеү – тағы ла ауырыраҡ бурыс. 2009 йылдан алып Алмас Самат улы – Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә милли көрәш буйынса тренер. Әллә күпме балала ул тап ошо спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Оҫта көрәшсе, талантлы тренер ғына түгел, яҡташтары уны хәстәрлекле ғаилә башлығы булараҡ та ихтирам итә. Тормош иптәше Фидәлиә Шатморат ҡыҙы менән Асель, Самира исемле ҡыҙҙар һәм Асҡар исемле ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Раевка гимназияһында белем ала, өлкәне быйыл IV класты, кесеһе III класты тамамланы. Балаларҙың һәләттәрен асыу, үҫтереүҙе күҙ уңынан ысҡындырмайҙар: Асель һүрәт төшөрөүгә оҫта, түңәрәккә йөрөп ошо йүнәлештә һөнәрен арттыра, ә Самира – олимпиадаларҙа уңыштар яулай, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ла сығыш яһап өлгөргән.
Хатта дүрт йәше тулып килгән Асҡарҙың да үҙ шөғөлө бар. Тәүҙә атаһына эйәреп барып, көрәш секцияһында шөғөлләнеүселәрҙе ситтән күҙәтһә, хәҙер үҙе лә түңәрәккә йөрөй башлаған. Көсө еткәнсә күнекмәләр яһап, үҙен киләсәккә әҙерләй. “Мин – көрәшсе” – уның яратҡан һүҙе.
Буш ваҡытты ғаилә менән уҙғарырға ярата Йәнекәевтәр. Ялды ғына түгел, эште лә уртаҡлашалар.
– Балаларҙы артыҡ иркәләп үҫтермәйбеҙ. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтергә тырышабыҙ, шуға өйҙә лә, баҡсала ла эш ҡушабыҙ, – ти улар.
Райондың төрлө мәҙәни сараларында күрергә мөмкин был ғаиләне. Был да үҙ-ара йылы мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итә. Ике йыл элек “Йәш ғаилә” район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулағандар.
Бындай еңеүҙәрҙең, уңыштарҙың нигеҙенә ғаиләнең берҙәмлеге һалынған. Атай-әсәй тырыш, йүнсел булғанда, күмәк бала өйҙәге ҡотто, ырыҫты арттыра ғына.
– Үҙем дә өс балалы ғаиләлә үҫтем, шуға күрә күп балалы булыуыбыҙ ғәжәп һымаҡ та түгел. Балаларҙан “атай” тигән һүҙҙе ишетеү тормоштоң мәғәнәһен арттыра, – ти ул.
Алмас кеүек ғаилә башлығы булғанда өйҙәгеләрҙең дә иртәгәһе ышаныслы.
– Тормош иптәшем – хәстәрлекле атай ҙа, ышаныслы ғаилә башлығы ла. Атай абруйы, атай һүҙенең ҡеүәте көндәлек тормошобоҙҙа сағыла. Эштән ҡайтыуына балалар йүгереп барып ҡосаҡлай икән, тимәк, улар унда атай наҙын тоя. Кисен йоҡларға ятыр алдынан хәйерле төн теләргә лә онотмайҙар. Балалар менән һөйләшкәндә “Атайығыҙ менән кәңәшләшәйек” йәки “Әсәйегеҙ нимә әйтер?” тигән һүҙҙәр беҙҙең ғаиләлә йыш ҡабатлана. Ошо рәүешле атай-әсәй һүҙенең көсө, бәҫе арта. Тормош иптәшемде биҙәгән тағы ла бер мөһим сифат – уның яуаплы була белеүе. Һәр эшен ул еренә еткереп башҡарып өйрәнгән. Ошо сифатты балаларҙа ла тәрбиәләй, – тине Фидәлиә Шатморат ҡыҙы.
Балаларың, яҡындарың өсөн ҡәҙерле, кәрәкле булыуҙың ни тиклем ҙур бәхет булыуын аңлап, киләсәктә лә һоҡланғыс ғаилә булып йәшәргә яҙһын Йәнекәевтәргә.
Ғәзиз кешегеҙ тормошоғоҙҙа ниндәй урын биләй?
Таңсулпан Сафетдинова, Өфө ҡалаһы:
– Бала өсөн ғаилә – ғаләм, унда ике ҡояш, атай һәм әсәй, тормошобоҙҙо яҡтырта. Һәр сабый үҙен ошо ғаләмдең үҙәге тип үҫергә тейеш. Миңә лә ундай бәхет тейҙе – атай-әсәй мөхәббәтенә ҡойоноп үҫтем. Бала сағым, ғаиләм хаҡында күңелемдә тик ыңғай тәьҫораттар һаҡлана.
Үкенескә, атайым Рәмил Абдрахманов бер нисә йыл элек мәрхүм булды. Уҡытыусы булараҡ, сабый саҡтан уҡ беҙҙә белем алырға, китап уҡырға ынтылыш уятты. Башҡорт, рус телдәрендә бик күп гәзит-журналдар алдырҙы, уларҙы үҙе лә яратып уҡый торғайны. “Пионер”, “Костер”, “Веселые картинки”, “Ағиҙел”, “Огонек”, “Знамя”, “Новый мир” һәм башҡа баҫмалар әле лә өйөбөҙҙә һаҡлана.“Огонек” журналы баҫтырған классик яҙыусыларҙың китап серияларын яҙҙырып алды, уларҙың барыһын да уҡып сыҡтыҡ. Шулай уҡ башҡорт әҙиптәренең яңы сыҡҡан китаптары менән таныша барҙыҡ.
Атайым тәбиғәтте, матурлыҡты күрергә өйрәтте. Ҡыҙыҡлы йәнлектәр, ҡоштар, ятыраҡ үҫемлектәр күрһәк, атластан ҡарап исемдәрен өйрәнә, улар тураһында уҡый инек. Ауылда йәшәгәс, малын да тоттоҡ, баҡсаһын да матур итеп үҫтерҙек. Атайым һәр эште лә беҙҙең менән бергә башҡарҙы. Балаларын төрлө яҡлап үҫтерҙе, барыбыҙға ла юғары белем бирҙе.
Атай кеше, ғәҙәттә, бик маҡтап бармай, әммә һирәк-һаяҡ күтәрмәләп ебәргән мәлдәре һаман да иҫтә. Психологтар әйтеүенсә, атайҙың маҡтауы киләсәктә үҙ-үҙенә ышанған кешене тәрбиәләй икән. Шуғалыр ҙа инде һау, көслө, үҙ фекеребеҙ булған кешеләр булып үҫтек. Атайым һәр саҡ күңел түрендә. Хатта кескәй саҡта биргән кәңәштәре бөгөнгө тормошта бик ярап ҡала. “Атайлы бала – арҡалы”, ти халыҡ әйтеме. Ошо арҡаны ныҡлы иткән өсөн яҙмышыма һәм атайыма рәхмәт.
Айнур Ҡотошов, Ишембай районы:
– Минеңсә, атай кеше һәр кемдең күңел түрендә урын биләргә тейеш. Әсәй менән бергә ғүмер биргән, аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан кеше бит ул. Минең атайым Миңлеғәле Ҡотошов та өлгөлө атай!
Ғаиләлә мин – өсөнсө малай. Шуғалырмы, атайымдың ғына түгел, өйҙә һәр береһенең дә миңә ҡарата иғтибары ҙур булды. Тормошҡа ул мине бәләкәйҙән әҙерләне. Биш йәшемдән ҡулыма бәләкәй генә балта тотторҙо, алты йәшемдән “Нива” машинаһының руленә ултыртты, 12 йәштән 7-ле үлсәмле салғы тоттороп, бесән сабырға бакуйға баҫтырҙы. Атайымдың бокс, көрәш алымдарын өйрәткәне лә күҙ алдында.
Үҙендә булған бөтә һәләттәрҙе беҙгә, өс малайына, бирергә тырышты. Айбулат ағайым уға оҡшап матур йырлай, был һәләте уны сәнғәткә алып килде, әле ул – Салауат башҡорт драма театрында директор. Салауат ағайым да йырларға ярата, ул атайым һымаҡ уҡытыусы һөнәрен һайланы, шулай уҡ балта оҫтаһы ла. Мин дә атайымдың һәләтен үҙемә йыйғанмын, тик йырламайым ғына.
Атайым оҙаҡ йылдар мәктәптә директор булып эшләгәнгәме, холҡона талапсанлыҡ хас, үҙенә лә, башҡаларға ла. Әле ул хаҡлы ялда булһа ла, бер минут та буш ултырмай. Бер ҡараһаң – баҡсала, икенсе ҡараһаң, станок янында эшләй, өсөнсө ҡараһаң, йортон семәрләп матурлай. Атайым менән ғорурланам һәм уға бәхетле, оҙон ғүмер теләйем.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА,
Әлшәй районы