Әйтеп үтергә кәрәк, бөгөнгө сара милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бағышланды.
...Бына ҡыҙҙырып торған ҡояш аҫтында балалар ата-әсәләрен, өләсәй-олатайҙарын етәкләп һабантуй майҙанына ашыҡты. Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, традицияға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Юрий Селиверстов, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зинәтуллин, "ВСК"страховкалау йорто етәксеһе Анна Акбашева килде.
Байрам тантанаһында ҡаланың 7-се мәктәбе директоры Илшат Ҡотлошин балаларға изге теләктәрен юлланы.
- Хөрмәтле балалар! Бөгөнгө байрам менән барығыҙҙа ла ҡотлайым! Бына бөгөн 7-се мәктәп базаһында беренсе тапҡыр балалар өсөн һабантуйы гөрләйәсәк. Ошондай сараны үткәреү күптәнге хыялым ине, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп килде. Быйыл, ниһайәт, ошо уй тормошҡа ашты. Беҙҙең мәктәп биләмәһендә бындай ҙур сараларҙы үткәреү мөмкинлеге бар. Ҡала кимәлендәге балалар һабантуйы артабан да матур йолаға әйләнер тигән ышаныста ҡалам, - тине Илшат Мансаф улы.
Балалар һабантуйы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы барлаған театрлаштырылған күркәм тамашанан башланып китте. Бында Батыр менән Шүрәле үҙ-ара көс һынашып, балаларҙы сәмләндереп, барыһын да ярыш майҙанына саҡырҙы. Кемдер тиҙерәк ауыҙына ҡалаҡ менән йомортҡа ҡуйып йүгерергә, беләге ныҡтар гер күтәрергә, етеҙҙәр тоҡ кейеп йүгереү ярыштарында ҡатнаша башланы. Ә бына мәргәнлектә балалар үҙҙәренең ата-әсәләре менән ярышты. Иң осҡор күҙлеләр булып ғаиләләр араһында Илмир һәм Регина Туйгилдиндәр, Ләйсән һәм Азамат Ваһаповтар, Артур һәм Гөлсөм Ишмөхәмәтовтар танылды.
Әлбиттә, ниндәй генә һабантуй булмаһын, уны милли көрәшһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был юлы ла бил бирмәҫ батырҙар бер-бер артлы келәмгә сыҡты. Көрәш ярышында 35 килограмға тиклемге категорияла Таһир Ҡурамшин беренсе урынды алһа, 65 килограмға тиклемге категорияла Илһам Шәрипов, 70 килограмм һәм унан ауырыраҡ категорияла Данил Сөләймәнов еңеү яуланы.
Барыһы ла бөгөнгө байрамдан ыңғай тәьҫораттар ғына алды.