

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Донъяның ҡояшлы яғында йәшәгеҙ” тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Мөмкин тиклем изгелек ҡылып, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу тураһында был һүҙҙәр. Шөкөр, арабыҙҙа өлгө алырлыҡ шундай кешеләр күп. Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылының хөрмәтле уҙаманы Ирғәле Хөсәйенов та тормошто йәмләп, уға ҡот һәм бәрәкәт өҫтәп йәшәгәндәрҙән.
Бынан дүрт йыл элек ул тыуған ауылы Түбәнге Таулыҡай янындағы Күстәнә тауы итәгенә ағас ултыртыу башланғысы менән яна башлай. Хәйер, быға тиклем дә ул ошо тауға берәрләп ҡайын, ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан була. Ә был юлы ҙурыраҡ, киңерәк эш башҡарырға ниәтләй һәм ошо уй-теләген ауыл хакимиәтенә, райондың урман хужалығына еткерә. Ыңғай яуап алынғас, дәртләнеп эшкә тотона.
Ағас ултыртыуҙы 2019 йылдың яҙында – Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға бағышлап башҡарыу өсөн алдағы көҙҙә үк урын әҙерләп ҡуйырға була. Ауылдашы Әҡсән Сәлихов үҙенең тракторы менән тейешле урынды һөрөп бирә.
– Шулай итеп, ерҙе көҙҙән әҙерләп ҡуйҙыҡ. Иртә яҙҙан башҡа эштәргә тотондом. Изге ниәтемде тормошҡа ашырыуға күрше-күлән, ауылдаштар, туғандар, ғаиләм ихлас ярҙам итте. Шулай уҡ урындағы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының, уның рәйесе Ғәлим Булат улы Сәлимовтың булышлығы ҙур булды. Берҙәм көс менән биләмә кәртәләп алынды. Был эштә миңә ауылдаштарым Рәхимйән Ғәлин, Әҡсән һәм Салауат Сәлиховтар, Радик Байегетов, Ишбулды Күсәрбаев, мәктәп уҡыусыһы Рәфис Ишкинин, Сыңғыҙ ауылынан Юлай Мансуров айырыуса ҙур ярҙам күрһәтте.
19 апрелдә ғаиләм, туғандар, ауылдаштар менән бергәләп Темәс урман хужалығынан ҡайтарылған ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ. Ауылдашыбыҙ Йәүҙәт Шәһит улы Мөхәмәтйәнов ҡарағас үҫентеләре лә алып килде. Тап ошо мәлдә Башҡортостан буйынса республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға ҡарата ағас ултыртыу акцияһы иғлан ителгәйне. Бына шулай барлыҡҡа килде был ағаслыҡ, – тип һөйләне Ирғәле Сәфәрғәле улы.
Ҡасандыр Күстәнә тауы итәгендә урман булған, бында башлыса һомғол ҡайындар үҫкән, халыҡ ошонда еләк-емешкә йөрөгән. Сәсеүлектәрҙе киңәйтеү, күпләп мал аҫрау, тәбиғәткә һаҡһыҙ мөнәсәбәт арҡаһында һуңғы йылдарҙа тау ҡола урынға әйләнде. Элекке ҡайын урманынан ҡалған ағастар ҙа ҡартайып, берәм-берәм ауып бөтөп бара ине. Ә хәҙер бында 700-ҙән ашыу йәш үҫенте баш ҡалҡытып килә. Йәм-йәшел ҡайындар, ҡарағайҙар, ҡарағастар янына башҡа төрлө ағастар ҙа өҫтәлә бара. Ирғәле Сәфәрғәле улы тәжрибә рәүешендә аҡ шыршы, алмағастар ултыртҡан, кейәүе Әхмәт Күсәрбаев Себерҙән кедр, Ейәнсура районынан йүкә үҫентеләре алып килгән. Шулай уҡ шыршы, энәлек ағастары ла күҙҙе йәмләп үҫеп килә.
Ғөмүмән, Зәһүрә менән Ирғәле Хөсәйеновтарҙың татыу, күркәм ғаиләһе ауылда иң хөрмәтлеләрҙең береһе һанала. Улар дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн Земфира, Эльвира, Линера үҙаллы донъя көтә, атай-әсәй янына ҡайтып, һәр йәһәттән ярҙам итергә тырыша. Бәхетле өләсәй менән ҡартатайҙың һөйөнөсө булып ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре үҫеп килә.
Зәһүрә апай менән Ирғәле ағайҙың иң ҙур таянысы – ҡыҙҙары Рәшиҙә. Улар бергә донъя көтә. “Атаһының башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ла, баҡса, йорт эштәрендә лә Рәшиҙә – иң ҙур терәгебеҙ, уның ярҙамында мал да аҫрайбыҙ әле”, – ти Зәһүрә Абрар ҡыҙы. Оло йөрәкле Хөсәйеновтар Ирғәле ағайҙың бер туған һеңлеһенең улы Фәнилде лә үҙ ҡанаты аҫтына алып үҫтереп, оло тормош юлына оҙатҡан.
Эшһөйәр, бөтмөр Хөсәйеновтар баҡса үҫтерергә ярата. Ирғәле Сәфәрғәле улы оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде. Улай ғына түгел, урындағы Ленин исемендәге хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ умартасыһы булды ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ йылдар әлеге шөғөлөн шәхси ихатаһында дауам итте. Бөтә ғүмерен хеҙмәткә арнаған уҙаман колхозда тракторсы, бригадир, механик, малсы булып та эшләп ала, хаҡлы ялға сыҡҡансы хужалыҡты, алда әйтеп үткәнебеҙсә, шифалы бал менән тәьмин итте. Ә Зәһүрә Абрар ҡыҙы бөтә хеҙмәт йылдарын Таулыҡай ауылы халҡының сәләмәтлеге һағында тороуға бағышланы – урындағы медицина пунктында фельдшер булып эшләне.
Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Түбәнге Таулыҡай ауылында. Мин барғанда Ирғәле Сәфәрғәле улы тағы бер изге башланғысҡа тотонорға ниәтләп йөрөй ине. Был эшен дә тормошҡа ашырып, Иркәш менән Күстәнә тауҙары араһындағы шишмәне тергеҙеп, инешен рәтләп, торба ҡуйған. Әлеге эшкә ғаилә дуҫтары Әлифә һәм Сәғәҙәт Үҙәнбаевтар менән бергә тотонған улар. Заманында бөтә Түбәнге Таулыҡай ауылы халҡы һыуын эскән Иркәш шишмәһе һуңғы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә еткәйне.
80 йәште артылып, һаулыҡ йәһәтенән һынылышлы мәлдәр кисереүгә ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмаған, тыуып үҫкән еренең илһөйәр улы булған Ирғәле Сәфәрғәле улының һәр башланғысы бары тик маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА,
Баймаҡ районы