Бөгөн Өфөлә уҙған Граждандар форумы барышында Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронты әүҙемселәре Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо. Унда йәмғеһе тоннанан ашыу оҙайлы һаҡланған продукттар һәм көндәлек тормошта кәрәкле тауарҙар йыйылды. Акцияға йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, ҡала халҡы ҡушылды.
Республиканың ҡала һәм райондары вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Ғафури районы умартасыһы Рифғәт Мөлөков туғандаш республикаларҙа йәшәүселәргә 500 килограмм бал тапшырҙы. Йыйылған хәйриә ярҙамы сираттағы гуманитар конвой менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына оҙатыласаҡ.
– Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең күпселеге Рәсәй Президентының Донбасс Республикаларына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарын хуплай. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең гуманитар ярҙам йыйыу акцияһындағы әүҙемлеге – ил етәкселегенең Украинаның көньяҡ-көнсығышында алып барған эшмәкәрлегенә теләктәшлек белдереү һәм туғандаш халыҡ республикалары халҡына туранан-тура ярҙамын дәлилләү ул», - тип билдәләне Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.
Шулай уҡ был хәрәкәт вәкилдәре форумда ҡатнашыусыларға Халыҡ фронтының Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының хәрби подразделениеларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Барыһы ла Еңеү өсөн» проекты тураһында һөйләне. Мәҫәлән, pobeda.onf.ru порталында нисек аҡса ебәреп булыуы, әйберҙәрҙе ҡайҙа ҡабул итеүҙәре, яугирҙәргә нимә талап ителеүе, йөктәрҙең адресаттарға нисек еткерелеүе тураһында белергә мөмкин.
– «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» лозунгыһы беҙгә бала саҡтан таныш, ләкин 1945 йылдағы Еңеү майынан һуң, 77 йыл үткәс, ул йәнә көнүҙәк булыр тип кем уйлаған? Бөгөн беҙгә йәнә алғы һыҙыҡта торғандарға ярҙам итеү зарур. Улар дошман беҙгә үтмәһен, Еңеү беҙҙең яҡта булһын өсөн көрәшә. Һәммәһенә ярҙамыбыҙ бик кәрәк», - тип билдәләне Виталий Брыкин.
Фото: bashinform.ru