Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 21:51

Өфө лицейы ҡунаҡҡа оҡшаны

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Төньяҡ флот командующийы урынбаҫары, контр-адмирал Игорь Курочкин Өфө ҡалаһының 161-се лицейында булды. Хөрмәтле ҡунаҡты “Витязь” диңгеҙселәр пехота республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Ғәлин оҙатып йөрөнө.

Игорь Валентиновичты белем усағы менән та­ныш­тырҙылар. Әйткәндәй, ли­цей майҙанында офи­цер­ҙы кадет-уҡыусылар ҡаршы алды. Бында бөтәһе 2 500 тирәһе ҡыҙ һәм малай белем ала. 120-нән ашыу уҡыу­сы кадет класында шө­ғөлләнә. Ҡәҙерле ҡунаҡ­ты бассейн, биология, интерактив һәм физика һәм астрономия кабинеттары менән дә таныштырҙылар. Контр-адмирал уҡыу­сы­ларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, үҙе лә үҫмер­ҙәргә төрлө һорауҙар бирҙе.

– Ғөмүмән, хәрби-патрио­тик эште көсәйтеү теләге көс­лө, шулай уҡ мәғлүмәти йәһәттән дә, – тине Игорь Ку­рочкин. – Әлбиттә, хеҙ­мәттәшлек һәм бәйлә­нештәр тәңгәлендә уй-ниәттәр бихисап. Лицейға килгәндә, бында балалар өсөн һәр яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы балалар менән ара­лашҡанда һәр ваҡыт асыҡ булыу зарур, дөрөҫөн һөйләргә кәрәк. Алдашҡанды улар шунда уҡ һиҙә. Әлбиттә, был тәңгәлдә эште эҙмә-эҙлекле алып барабыҙ.

Контр-адмирал Өфө ҡалаһына беренсе тапҡыр килеүен әйтте, баш ҡа­лабыҙҙың таҙалығына хайран ҡалыуын белдерҙе. Игорь Курочкин билдә­ләүенсә, Төньяҡ флоттың сафы һәр саҡ тулылана, контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр арта.

И. ЕЙӘНСУРИН

Читайте нас: