Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 21:55

Китапханасылар ҡайҙа ла һынатмай!

Конкурс иң-иңдәрҙе барланы.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Китапханасы һөнәре һәр кемебеҙҙең күңеленә яҡын, сөнки бөтәбеҙ ҙә бала саҡта китапханаға йөрөп, китап уҡып үҫтек. Яңы әҫәр сыҡһа, уны сират көтөп, ҡулдан-ҡулға йөрөттөк. Китап – ул донъяны танып белергә ярҙам иткән күңел асҡысы. Ғөмүмән, һүҙ көсө бер заманда ла юғалмай. Халыҡ та бит юҡҡа ғына “Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман” тимәгән.

Китапханасылар көнө уңайы­нан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә “Рухиәт һаҡсыһы” тигән конкурс иғлан итеүҙең дә маҡсаты ошо һөнәр эйәләренең тынғыһыҙ хеҙмәте менән яҡынданыраҡ таныштырыу, уларҙың эшенең мәртәбәһен күтәреү ине. Унда республиканың төрлө райондарынан үҙ һөнәренең оҫталары булған 16 китапханасы ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙенең хеҙмәте менән маҡтауға лайыҡлы булһа ла, конкурстың шарты буйынса иң күп тауыш йыйыусылар еңеүсе тип билдәләнде. Һөҙөмтәлә, беренсе урынға Белорет районының Шығай ауылы модель китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Ольга Ғәлиуллина, икенсе урынға Нуриман районының Яңы Субай ауылы китапханасыһы Ирина Кирәева, өсөнсө урынға Архангел районының Тәүәкәс ауылы китапханасыһы Гөлнара Ташбулатова лайыҡ булды.

Конкурстың тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта килгән Илеш райо­ны китапханасыһы Клара Хәлиул­лина ла гәзитебеҙҙең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Тәүге урындарҙы биләгән еңеү­се китапханасылар, ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевиде­ние­һының “Алтын тирмә” телевик­то­ринаһында ла ҡатнашып, үҙҙәренең әүҙем, белемле, зирәк булыуҙарын йәнә бер күрһәтте.

Был сара икеләтә байрамға әүерелде. Унда “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов конкурста еңеүселәргә гәзитебеҙҙең дипломдарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Еңеүселәр кем­дәр? Уларҙың һәр береһенә туҡта­лып үтәйек. Беренсе урынға лайыҡ булған Белорет районының Шығай ауылынан Ольга Ғәлиуллина Силәбе ҡала­һында тыуған. Яҙмыш һуңынан уларҙы Учалы районына илтә. Ольга бәләкәй саҡтан уҡ башҡорт мөхитендә үҫә.

– Октябрьск ҡасабаһында йәшә­гәндә бик матур китапханасы булды. Тетя Таня тип йөрөтә инек уны. Үҙе лә, холоҡ-фиғеле лә матур, тырнаҡтары ла гел буялған була торғайны. Уға ҡайһы саҡ формулярҙар тултырырға ярҙам итә инек. “Дублер көнө”ндә үҙе­беҙҙе китапханасы ролендә лә һынаныҡ. Китапхана эргәһендә театр түңәрәгенә лә яратып йөрөнөм. Китапханасы эшенә ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан уҡ һалынғандыр, – тине Ольга Александровна.

Уральск мәктәбен тамамлағас, ул Белорет педагогия колледжында, Магнитогорск дәүләт педагогия университетында уҡый, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында ла белемен камиллаштыра.

Шығай ауылына килен булып төшкәндән бирле уның тормошо ошо төбәк менән бәйле. Тап бында ул башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен өйрәнә, хәҙер телде “һыу кеүек эсә”. 2007 йылдан ошо ауылда китапханасы булып эшләй, 2011 йылда модель статусын алыуға өлгәшкән китапхана бөгөнгәсә тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эшләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайынан Рәхмәт хаттары менән бү­ләкләнеүе Ольга Алек­сан­дро­в­наның әүҙем йәмәғәтсе булыуы тураһында һөйләй. Фиҙакәр хеҙ­мәте өсөн Мәҙәниәт министр­лығының Почёт грамотаһына ла лайыҡ булған.

­– “Башҡортостан” гәзите конкурс иғлан иткәс, район хакимиәте, ғөмүмән, белореттар тарафынан ҙур ярҙам тойҙом. Был конкурс элек уҡыған мәктәбем, курсташтарым менән дә бәйләнеште нығыт­ты. Хеҙмәтемде күтәргәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт, – тине Шығай китапханасыһы.

Әйткәндәй, Ольга Александровна ғаиләһендә лә бәхетле: уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше менән хәҙер инде 15 йыл бергә ғүмер итәләр, ике ҡыҙҙарын милли рухта тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйғандар. Өлкән ҡыҙҙары Лиана, ҡумыҙ конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай, оҫта бейеүсе. Әсәле-ҡыҙлы Ғәлиуллиналар шиғыр конкурстарында ла ҡатнаша.

Конкурста икенсе урынды яулаған Нуриман районы Яңы Субай ауылы китапханасыһы Ирина Кирәева һөнәренә 12 йыл тоғро хеҙмәт итә.

– Элек был эш еңел һымаҡ тойола торғайны, “китап бирәһең дә ултыраһың” тип уйлай инем. Үҙем эшләй башлағас, уның ауырлығын тиҙ аңланым. Китапханасы – ма­уыҡ­тырғыс, ҡатмарлы, күп көстө талап иткән эш. Был һөнәрҙе киң яҡ­лы, өҫтәмә белем биргән уҡытыу­сы менән сағыштырыр инем, – ти ул.

Эшеңде яҡшы белеү, йылы аралашыу мөхите булдырыу – барыһы ла уңышҡа юл аса. Ирина Кирәева ла бының өсөн тырыша.

– Китап – ул кешенең хәтере, юлдашы, кәңәшсеһе. Китапханасы иң тәүҙә үҙе китап яратырға тейеш тип иҫәпләйем. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ мин Зәйнәб Биише­ваның, Ноғман Мусиндың, Мәжит Ғафуриҙың, Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен яратып уҡыным. Тап ошо һөнәргә килеүем өсөн Нурия апай Тажетдиноваға рәхмәт. Ул 30 йылдан ашыу ошонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, китапханасы һөнәренең нескәлектәрен өйрәтте. Әле лә мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, – тине Яңы Субай китапханасыһы.

Төп хеҙмәтенән тыш, ауылдың йәмәғәт эштәренең дә уртаһында ҡайнай ул. Унынсы йыл инде ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, икенсегә рәттән ауыл Советына депутат итеп һайланған, район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе лә – хеҙмәтенә ҙур баһа.

 Ирина Кирәева тормош иптәше менән 33 йыл бергә ғүмер итә. Улдары Руслан Өфөлә инженер булып эшләй, ҡыҙҙары Айгөл – район дауаханаһында балалар табибы.

Конкурста өсөнсө урынды яула­ған Архангел районы Тәүәкәс ауылы китапханасыһы Гөлнара Ташбулатова ла ошо һөнәргә бәләкәй сағынан ғашиҡ. Күрше районда йәшәгән сағында ҡара сәсле, йөҙгә шул тиклем һылыу, һәр ваҡыт бөх­тә, матур итеп кейенеп йөрөгән китапханасы апай уның күңеленә инеп ҡала. Был һөнәргә һөйөү шул саҡтан уҡ бөрөләнә. Мәктәпте та­мам­лағас, пионервожатый булып эшләгән осоронда ла йыш ҡына китапханасыға ярҙам итеп йөрөп, ошо эшкә ылығып китә. 2004 йылда Өфөлә Китапхана техникумын тамамлағандан һуң, Тәүәкәс ауылы килене хеҙмәт юлын башлай.

– Мәктәп менән китапхана бер бинала урынлашҡас, балалар өҙөл­мәй ҙә. Тәнәфес башланғас та йү­герешеп килеп инәләр. Мин уларға китаптар ғына түгел, ҡыҙыҡлы башватҡыстар, ребустар ҙа әҙерләп ҡуям. Төрлө ҡул эштәренә лә өйрәнәбеҙ, һис буш ваҡытыбыҙ юҡ. Ғөмүмән, ауылдағы төрлө сараларҙы мәктәп, клуб, ағинәйҙәр менән берлектә алып барабыҙ, – ти Гөлнара Сәғит ҡыҙы.

Ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән китапханасы төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Мәҫәлән, бынан байтаҡ йылдар элек тә “Алтын тирмә” телевизион уйынынан бик матур тәьҫораттар алып ҡайтҡан. “Тамыр” студияһы менән дә бәйләнештә эшләй, район гәзитендә лә ауыл­дағы сараларҙы яҡтыртып бара. Хеҙмәтенә юғары баһа биргән Башҡортостан Мәғариф министр­лығының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты һәм башҡа наградалары бар.

– Ҙур терәгем – ғаиләм. Ирем, ҡыҙым – миңә һәр ваҡыт таяныс. Ҡәйнәмә ҙур рәхмәт. Ул ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булғас, күп сараларҙы бергәләп уҙғарабыҙ, уның кәңәштәренә таянам. Ҡәйнәм ҡул эшенә оҫта, уға ҡарап мин дә күп нәмәгә өйрәндем, – тине, донъяһының бар яҡлап та түңәрәк булыуына һөйөнөп, Гөлнара Сәғит ҡыҙы.

Бына шундай береһенән-береһе һәләтлерәк, дәртлерәк китапха­насыларҙы асыҡларға ярҙам итте конкурс. Киләсәктә лә беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәй, матур итеп эшләргә, яңы ҡаҙаныштарға өлгә­шергә яҙһын һеҙгә!

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: