Бөгөн иртә менән Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Граждандар форумы асылды. Унда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
"Граждандар форумында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләйем, һеҙҙең менән ғорурланам һәм хеҙмәтегеҙ, битараф булмауығыҙ, әүҙемлегегеҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ һәр саҡ беренселәрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ, тормошто сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ һәм изгерәк итәһегеҙ. Республикала граждандар әүҙемлегенең йылдан-йыл арта барыуы минең өсөн бик мөһим.
Республикабыҙ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны һәм йәмәғәт әүҙемселәре һаны буйынса илдәге тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Бер нисә йыл эсендә беҙ Рәсәй Президентының һәм республикабыҙҙың миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән гранттарын йәлеп иттек. Был - бик шәп социаль башланғыстарҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы башланғыс. Коммерцияға ҡарамаған сектор үҫешенең яңы ҡоралдарын әҙерләйәсәкбеҙ. Шул иҫәптән граждандар форумы даирәләрендә лә, әйткәндәй, артабан ул йәнә йыл һайын ойоштороласаҡ. Муниципаль кимәлгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, ҡалаларыбыҙҙа һәм райондарыбыҙҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү программаһын яңыртабыҙ һәм көсәйтәбеҙ", – тиелде уның сәләмләүендә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бынан ары беҙҙә “Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн” тигән почетлы билдә булдырыласаҡ. Уға лайыҡ булғандарға премия түләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.