Бер мәл ғаилә дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йорт хужаһы эштә тотҡарланып, һуңғы ҡунаҡтар менән бергә килеп инде. Ишек төбөндә, өҫ кейемен һалған саҡта, бер ханым ҡулындағы тортты хужаға тотторҙо. Тегеһе күстәнәсте аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлгә алып барып ҡуйҙы.
Табын мәшәҡәттәре менән йөрөгән хужабикә, хәлдең айышын белмәйенсә: “Ни эшләп был тортты һатып алдың, тәмһеҙ бит ул. Башҡаһы юҡ инеме?” – тип һорап ҡуйҙы. Әлбиттә, уның был һүҙҙәрен барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән күстәнәсте алып килгән ханым да ишетте. Шул тиклем уңайһыҙ хәл килеп сыҡты, хужабикә лә, ҡунаҡ та ни тиергә лә белмәне.
Ярай, йорт хужаһы: “Ни эшләп улай тиһең? Элек ошо тортты ныҡ яратып ашай инек бит, һуңғы арала алғаныбыҙ ғына юҡ”, – тип хәлде яйлап ебәрергә тырышты. Әммә барыбер күңелдә ауыр тойғо ҡалды. Айырыуса хужабикә ныҡ уңайһыҙланды, был хәлде һуңынан да бер нисә тапҡыр иҫкә төшөрөп, шул саҡта уйламай әйткән һүҙе өсөн үкенеп һөйләп алды ул...
Фото: klublady.ru