Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 22:18

“Йәшәге, эшләге, файҙалы булғы килә әле...”

Асыштар нигеҙендә рухи байлыҡ ята.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллиндың исеме фән донъяһында ла, киң йәмәғәтселеккә лә яҡшы таныш. Ул – социаль философия һәм социология өлкәһендә ил күләмендә билдәле фәнни мәктәп булдырған шәхес. Үҙенең ғилми эшмәкәрлеген ҡала социологияһын, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе, яңы социаль ҡатламдарҙы өйрәнеүгә, ә һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың яңы шарттарҙа үҫеш юлдарын анализлауға арнаған ғалим ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләне.

– Фәнил Сәйет улы, буласаҡ ғалим ниндәй мөхиттә тәрбиә­ләнеп үҫте икән? Әңгәмәне ошо һорауҙан башлайыҡ әле.

– Өфө районының Яңы Ҡа­рашиҙе ауылында тыуғанмын. Атайым да, әсәйем дә уҡытыусылар булды, мин бәләкәй саҡта уҡ улар Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында төпләнгән. Атайым оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булды. Ғаиләбеҙҙә уҡыу культы, китапҡа һөйөү көслө ине, бай ғына китапханабыҙ булды, шуға күрә бала саҡтан һәр ваҡыт нимәлер белергә, яңылыҡҡа ынтылдым. Мәктәп китапханасыһы: “Фәнил, яңы китаптар килде!” – тип һөйөнсөләй торғайны. Айырыуса тарихҡа бәйлеләрен мауығып уҡыным.

Донъяға ҡарашымдың формалашыуында, фекер ҡеүәмдең үҫешендә уҡытыусыларымдың да роле ҙур булды. Рус әҙәбиәтенән Рәүил Хәмит улы уҡытты. Ул йыш ҡына кистәрен мәктәбебеҙҙең интернатына килеп, үҙе уҡыған әҫәрҙәрҙе мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Ҡыҙыҡһыны­уымды белгәнгә күрә, мине лә саҡыра ине. 

– Ә ни өсөн тап философия йүнәлешен һайланығыҙ?

– Атайым тарихсы булғас, өйөбөҙҙә тарихҡа ҡағылышлы китаптар күп булды. Мин айырыуса Боронғо Греция, Рим, философтар тураһында уҡырға яраттым. Шул заманда уҡ ил башлыҡтарының, полководецтарҙың үҙҙәре янында аҡыл эйәләрен тотоуын, иң сетерекле мәлдәрҙә тап улар менән кәңәшләшеп эш итеүен белеп, ғәжәпләнә торғайным. Был традиция беҙҙең көнсығышҡа ла хас күренеш булған. Беҙҙә лә берәй етди мәсьәләне мотлаҡ йыйын йыйып, халыҡ араһындағы аҡыл эйәләренең, сәсәндәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалып хәл иткәндәр.

Ә, ғөмүмән, фән юлын һайла­уыма килгәндә һәм бөгөнгө өлгә­шелгәндәрҙе барлағанда, йәш саҡтан алдыма ҙур маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыу һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамау мөһим, кеше күңеленә бәләкәйҙән ил мәнфәғәттәре менән йәшәү, тыуып үҫкән ереңде яратыу, уға кәрәк булыу тойғоһо һалынырға тейеш.

– Ә бөгөнгө белем биреү сис­темаһы, йәғни балалар баҡса­һынан юғары белем биреү тармағына тиклем алып ҡараһаҡ, ошо ил мәнфәғәте менән йәшәү тойғоһон тейешенсә тәрбиәләйме икән?

– Боронғо Грецияла Аристотель, Сократ һәм башҡалар шундай принципҡа таянып эш иткән: “Өйрәтеү барышында тәрбиәләү, тәрбиә барышында өйрәтеү”. Шуға күрә һуңғы осорҙа киң таралып киткән онлайн алымдарына ғына таянып йәшәргә ярамай. Уҡыу, тәрбиә процесы тураһында бик нигеҙле, төплө уйланырға тейешбеҙ. Йәш кешегә белем биреп, һөнәри йәһәттән әҙерләп сығарыу ғына дөрөҫ түгел. Уны шәхес итеп тәрбиәләү, интеллект кимәлен үҫтереү мөһим.

Бөгөн мәктәп программаһынан тыш сараларҙың күбеһе, шул уҡ түңәрәктәр, секциялар башлыса матди файҙа алыуға нигеҙләнгән. Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙә социаль айырмалыҡтар ҙур әле: берәүҙәрҙең мөмкинлеге бар, икенселәрҙеке юҡ. Йәш быуынға тәғәйенләнгән түңә­рәк­тәрҙә, ойошмаларҙа шөғөлләнеү тулыһынса буш булырға тейеш, тип уйлайым, сөнки улар ярҙамында иҫ киткес көслө, маҡсатлы тәрбиә эше алып барырға мөмкин.

Элек вуздарҙа айырым тарих, социология, философия кафедралары эшләп килде, хәҙер күп урындарҙа, айырыуса техник йүнәлештәге уҡыу йорттарында, улар берләштерелеп, уҡыу программалары ныҡ ҡыҫҡартылды. Гуманитар йүнәлештәге белем биреүҙең бәҫе төшөүе йәш быуындың, ғөмүмән, халыҡтың рухи йәһәттән ярлыланыуына сәбәпсе булыуы бар. Белеүебеҙсә, барлыҡ ҙур асыштар нигеҙендә рухи байлыҡ ята, унһыҙ социаль, иҡтисади, сәйәси проблемаларҙы ла хәл итеп булмай. Әлеге күренеш һөҙөм­тәһендә беҙ халҡыбыҙҙың интеллектуаль мөмкинлектәрен та­райтабыҙ.

– Был мәсьәләне хәл итеү юлдарын нимәлә күрәһегеҙ?

– Юғары белемле белгестәр араһында тикшереү үткәрҙек. Улар­ҙан күренеүенсә, интеллектуаль мөмкинлектәребеҙҙең, социаль потенциалыбыҙҙың 25-30 проценты ғына тормошҡа ашырыла. Беҙгә был күрһәткесте 70-80 процентҡа еткереү мотлаҡ. Юҡһа, кешелә күңел төшөнкөлөгө, үҙ-үҙеңдән, тормоштан ҡәнәғәтһеҙлек хисе бар­лыҡҡа килә.

Сит илдәрҙә булғанда беҙҙең илдән сыҡҡан фән эшмәкәрҙәре менән осрашып һөйләшергә тура килгәне бар. Шуны билдәләр инем: уларҙың күбеһе аҡса эшләү маҡсаты менән генә китмәгән, был аҙымдың төп сәбәбе үҙеңдең мөмкинлектәреңде тейешле кимәл­дә асыу теләгенә барып тоташа.

Төбәктәрҙә табиптар, уҡытыу­сылар етешмәй, тибеҙ. Ә бит уҡыу йорттары был өлкәләр өсөн белгестәрҙе тейешле күләмдә әҙерләп сығарып тора, тик улар төрлө сәбәптәр менән башҡа тармаҡтарға китә. Баҙарҙа, сауҙа өлкәһендә күпме уҡытыусы, табип эшләй! Улай булырға тейеш түгел, белгестең үҙ тәғәйенләнеше буйынса эш хаҡы ана шул баҙарҙа­ғына ҡарағанда яҡшыраҡ, лайыҡ­лыраҡ булыуы шарт.

– Фән үҫешенә өлөш инде­рерҙәй, үҙ ҡарашы булған, етди потенциалға эйә йәштәр бармы?

– Бик талантлы йәштәр бар. Уларҙы үҫтерергә генә кәрәк. Фәндең киләсәге тураһында уйлай­быҙ икән, аспирантураларҙы, док­торантураларҙы киңәйтеү зарур.

– Ә социология фәненә кил­гәндә, уның иҡтисади үҫешкә йоғонтоһо нимәлә?

–  Ситтән ҡарап, ҡайһы берәүҙәр “Һеҙ нимә менән шөғөлләнәһегеҙ ул?” тип һорай, ә ғәмәлдә хәлдәр башҡаса. Заманында бик күп социологик тикшеренеүҙәр алып барҙыҡ. Мәҫәлән, республика­быҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәге, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы, Себер төбәге, Мәскәү, Волгоград, Әстрхан өлкәләре һәм башҡа төбәктәрҙәге ҡалаларҙың, айырым предприятиеларҙың социаль пландарын, социаль проекттарын төҙөргә ярҙам иттек. Уларҙың күбеһе бик уңышлы тормошҡа ашырылды. Элегерәк һәр предприя­тиеның фәнни нигеҙҙәге үҫеше өсөн тәғәйенләнгән бюджеты булды. Шуға ярашлы төрлө социологик тикшеренеүҙәр ойошторолдо, мә­ҫәлән, кадрҙар мәсьәләһе, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һ.б.

– Бөгөнгө глобалләштереү шарттарында милләт булараҡ һаҡланып ҡалыу, үҫеү, үҙебеҙҙе танытыу өсөн беҙ ниндәй булырға тейешбеҙ?

– Бының өсөн нигеҙле, төплө социаль программабыҙҙы булдырыу зарур. Милләт булараҡ һаҡ­ланып ҡалыу өсөн иң беренсе нәүбәттә телде һаҡлау, яҡлау мөһим. Телде һаҡлау – ул халыҡтың традицияларын, тарихын һаҡлау. Бер мәл үткәргән тикшеренеү­ҙәребеҙҙән күренеүенсә, Башҡорт­останда йәшәгән халыҡтың 93 проценты, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт телен уҡы­тыуға, өйрәнеүгә ыңғай ҡарауын белдергәйне. Әммә ысынбарлыҡта хәл нисек? Берәй теүәл фәнде – физиканы йәки химияны төплөрәк өйрәнеү ни өсөндөр башҡорт теле дәресе иҫәбенә хәл ителә. Башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, һәм Башҡортостан тарихы бөтә урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнелергә тейеш, тип һанайым.

Милләт булараҡ үҫеш кисереү өсөн тағы бер мөһим шарт – кадр­ҙар мәсьәләһе. Башҡорттар элек-электән ауыл ерендә йәшәүҙе үҙ иткән һәм әле лә халҡыбыҙҙың күпселек өлөшө ауылға тура килә. Шуға күрә милли кадрҙар әҙерлә­гәндә беҙ ауылдан сыҡҡан йәштәргә йүнәлеш, иҫәп тоторға тейешбеҙ.

– Ғүмерҙең 80 тигән үренә аяҡ баҫҡанда ниндәй хис-тойғо кисерәһегеҙ?

– Ҡайһы ваҡытта йәшерәк коллегалар: “Фәнил Сәйетович, ҡасан мемуар яҙырға тотонаһығыҙ?” – тип шаяртыу ҡатыш һорап ҡуя. Ваҡыты етмәгәндер әле, тип уйлайым, сөнки башҡараһы фәнни эштәр, монографиялар бар. Әлегә шулар өҫтөндә эште дауам итергә ниәтләнәм. Шул уҡ ваҡытта үҙ тәжрибәңде дөйөмләштереп, һығымталар яһап, йәш быуынға тапшырырға кәрәк, әлбиттә.

Яратҡан шағирым Мостай Кә­римдең шундай шиғри юлдары бар:

“Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”

тиһең,

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем

буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.

Эйе, ғүмер бәйгеләрҙә сапҡан ярһыу аттай елеп уҙа, ә шулай ҙа йәшәге, эшләге, файҙалы булғы килә...

– Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы әң­гәмә өсөн ҙур рәхмәт!

-   Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА 

Читайте нас: