Өфөлә 90 йәшлек Альянс Әҙелшин юғалғайны. Был хаҡта «Лиза Алерт» эҙләү отряды хәбәр иткәйне.
Әле килеп, шатлыҡлы хәбәр билдәле булды. Ниһайәт, бабай табылған, ул иҫән-һау! «КП-Өфө» хәбәр итеүенсә, 8 июндә Альянс Мирсәйет улының юғалыуы хаҡында ирекмәндәргә уның ҡатыны хәбәр итә.
Ҡаланы бер итеп оло кешене эҙләй башлайҙар. Дауаханаларҙы, полиция участкаларын ҡалдырмай һорашып сығалар, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡала урамдарына ҡуйылған камераларҙы тикшергәс, Альянс Мирсәйет улын шәйләп ҡалалар, әммә артабан ир кешенең эҙе тағы юғала.
Көндәр ҙә, төндәр ҙә һыуыҡ ҡына, бабайҙың йәше лә өлкән булғас, бер нисә тәүлек үткәс, инде өмөт өҙөлдө тигәндә, шылтыратыу була. Баҡтиһәң, Гуля исемле ҡатын балаһы менән паркта йөрөгәндә ҡарт ҡына бабайға иғтибар итә, иғландағы таныш йөҙҙө таный – ул ысынлап Альянс Әҙелшин булып сыға.
Шулай итеп, был ваҡиға бәхетле тамамланды: бабай иҫән-һау, яҡындары янында.
Фото социаль селтәрҙән.