Өфөлә уҙған Граждандар форумы сиктәрендә “Яңы заман шарттарында илһөйәрлек” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте, уны Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Майҙансыҡтың эшендә Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Ольга Занко, Рима Баталова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Тамара Танһыҡҡужина һәм Эдуард Сәйетбатталов, Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин ҡатнашты.
“Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Вадим Курилов, Краснокама районы муниципаль район Советы секретары Алексей Горбачев, “БР Десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары” ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Бөгөн беҙҙең патриотик тойғоларыбыҙ ныҡлыҡҡа тикшерелә. Махсус хәрби операция шарттарында ҡайһы бер мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм сәйәсмәндәр ил мәнфәғәттәре өсөн шәхси именлекте ҡорбан итергә әҙер булмауҙарын күрһәтте. Беҙ барыбыҙ ҙа хәрби низағтарға һәм халыҡ-ара бәйләнештәр өҙөлөүгә ҡаршы, бер кем дә ҡан ҡойошто теләмәй. Ләкин беҙҙең илде ҡаты һайлау алдында ҡуйҙылар. Махсус операция Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һәм Донбасста йәшәүселәрҙе яҡлауҙың берҙән-бер ысулы булды. Бындай шарттарҙа патриоттар саҡырыуҙы ҡабул итә һәм бөтә ил мәнфәғәтендә эшләй. Башҡаса мөмкин түгел”, – тип билдәләне сәләмләү һүҙендә Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Ольга Тимофеева.
Алексей Горбачев йыйылыусыларҙы Краснокама районында тормошҡа ашырылған эҙмә-эҙлекле гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү проекты менән таныштырҙы.
“Эшмәкәрлекте бер тапҡыр үткәрелә торған саралар ярҙамында түгел, ә көндәлек ентекле эш алып барыу юлы менән тормошҡа ашырыу беҙҙең төп йүнәлеш булып тора. Беренсе кластан алып бөтә уҡыусылар ҙа эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә үҙаллылыҡты һәм уңыштарға өлгәшеүҙе асыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеккә ҡушыла. Беҙҙең тәжрибә, айырыуса хәҙерге шарттарҙа, республиканың башҡа муниципалитеттарына ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булыр, республика патриотик тәрбиә биреү системаһында мөһим звеноға әүерелер тип ышанабыҙ”, - тип һөйләне Горбачев.
Дәүләт Думаһы депутаты, Халыҡ фронты эксперты Эльвира Айытҡолова, бөгөн патриотизм һәм патриотик тәрбиә темаһы бөтә ерҙә лә яңғырай һәм көнүҙәккә әүерелде, тине.
“Ләкин беҙгә саралар иҫәбе артынан ҡыумау, ә сифат өҫтөндә эшләү мөһим. Беҙ балаларыбыҙҙы, мәғариф системаһын үҙ мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотҡан, ниндәйҙер проекттарҙы бойомға ашырған башҡа илдәрҙәге коллегаларыбыҙға, интернетҡа ҡорбан иттек. Хәҙер беҙҙең бурыс - был хәлде тиҙ арала төҙәтеү. Шуға күрә бергәләп эшләргә кәрәк. Бер яҡтан, ҡабатламаҫҡа, күп һанлы проекттар эшләмәҫкә. Икенсе яҡтан, йәмәғәт ойошмаларын һәм власты көсәйтеү талап ителгән ҡайһы бер эштәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа”, - тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Фото: alrf.ru