VPN-сервистар менән ҡулланыу телефондан һәм компьютерҙан мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүенә килтереүе мөмкин, тип аңлата CyberART ГК Innostage киберянауҙарҙы иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Антон Кузьмин.
Рәсәйҙә ҡайһы бер көнбайыш социаль селтәрҙәрҙе ябыу VPN-сервистарға иғтибарҙың артыуына килтерҙе. Уларҙы файҙаланыу һиҙелерлек йышайҙы. Әммә интернет ҡулланыусыларҙың күбеһе бының хәүефһеҙлеге хаҡында уйламай.
VPN-сервистар уңайһыҙлыҡтар килтерергә мөмкин - улар интернет-трафикты ҡулланыу күләмен арттыра, интернет тиҙлегенең кәмеүе ихтимал. Етмәһә, VPN телефонда йәки компьютерҙа һаҡланған мәғлүмәттәргә хәүеф менән янай.
Эксперт әйтеүенсә, VPN-ды даими рәүештә ҡабыҙылған килеш ҡалдырырға ярамай. Был программаны айырым ҡушымталарҙың эшкә һәләтлелеген тәьмин итеү өсөн генә файҙаланыу зарур. Ҡалған ваҡытта VPN-ды һүндереп тоторға кәрәк. Был бигерәк тә банк ҡушымталары, шәхси почта, дәүләт һәм муниципаль берәмектәрҙең ресурстары менән эшләүгә ҡағыла. Ҡулланыусы ҡабыҙылған VPN менән онлайн-банкка ингән осраҡта мөһим мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүенә юл ҡуймаҫ өсөн кисекмәҫтән сара күрергә кәрәк. Бының өсөн иҫәп мәғлүмәттәрен яңыртырға, банк күсермәләренә сикләүҙәр ҡуйырға, онлайн түләүҙәрҙе тыйырға кәрәк.
Һеҙҙең мәғлүмәтте файҙаланыуҙың иң ябай ысулы - «шикле» ҡушымталарҙа контекст реклама булдырыу. Шулай уҡ программа мутлашыусыларға йәки хакерҙарға һатыу өсөн ҡулланыусының һанлы профилен булдырыуы ихтимал. Ебәрелгән һәм алынған мәғлүмәттәрҙе иҫәп яҙмаларын һәм түләү мәғлүмәтен урлау маҡсатында алыуға юл ҡуйырға ярамай.
VPN ҡулланған осраҡта уға интернет-провайдер булараҡ ышаналар. Тик провайдерға етдиерәк талаптар ҡуйыла. VPN -серверҙарҙың төрлө илдәрҙә урынлаша алыуын һәм уларға мутлашыусы хакерҙар эйә булыуын бөтә ҡулланыусылар ҙа белеп бөтмәй. Популяр VPN-дарҙың яртыһы Ҡытайҙа урынлашҡан. Хәйер, был илдә улар тыйылған.
Йыш ҡына ҡулланыусылар VPN-ды мобиль платформаларға, компьютерҙарға күсереп ала. Шул уҡ мәлдә VPN-дың түләүле версиялары ышаныслыраҡ. Ләкин бында ла уяу булырға кәрәк - ҡулланыусыларҙың мәғлүмәте ситкә китмәйәсәгенә бер кем дә гарантия бирә алмай.
Фото tr.pinterest.com