Ошо көндәрҙә Салауат районының 2-се Иҙелбай ауылы янында кешеләр ир кешенең кәүҙәһен таба. Урынға шунда уҡ полиция, табиптар һәм ҡотҡарыусылар саҡырыла. Кәүҙәне һыуҙан сығарыу менән уны хоҡуҡ һаҡсыларына тапшыралар.
Күп тә үтмәй, ирҙең кемлеге асыҡлана. Ул райондың 59 йәшлек Мәхмүт ауылы кешеһе булып сыға. Был ирҙең эшҡыуар булыуы билдәле, ул фермер хужалығы башлығы була. Бында һыйыр малы үрсеткәндәр, һөт етештергәндәр. Ирҙең былтыр ноябрҙә хәбәрһеҙ ғәйеп булғаны билдәле.
Әле оператив-тәфтиш саралар үткәрелә, уның ни сәбәпле үлеүе асыҡлана. Алдан ҡарап сыҡҡандан һуң, уның кәүҙәһендә көсләп үлтереү эҙҙәре табылмаған.
Фото: krot.info