Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2022, 12:50

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Фән һәм техника өлкәһендә 2020 һәм 2021 йылдар өсөн республика дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә.

Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Йәштәр премияһына ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ айырым да, авторҙар коллективы составында ла (биш кешегә тиклем) халыҡ хужалығы белгестәре дәғүә итә ала. Дәғүәселәрҙең йәше 35 йәштән артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ иткән эштәр, шулай уҡ производствоға яңы ресурс һаҡлаған һәм экологик яҡтан таҙа технологиялар, прогрессив материалдар, машиналар, приборҙар әҙерләү һәм индереү ҡарала. Премияның күләме 150 000 һум тәшкил итә.

Тейешле документтар, уларҙы тултырыу формаһы һәм талаптар исемлеге Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында бирелгән: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/28018

Эштәр 2022 йылдың 1 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 323-сө бүлмә, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының һәләтле йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегендә ҡабул ителә.

Яуаплы хеҙмәткәр – Иҫәнғолова Диана Раян ҡыҙы, әйҙәүсе советник. Телефон: 8(347) 218-03-08. Электрон почта: [email protected]

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: