Бөгөн “Башҡортостан” республика гәзите баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов республикабыҙҙың көньяғында командировкала саҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты.
– Яҙғы сәсеүҙе уңышлы тамамланыҡ, эшҡыуарҙар уңыштары менән шатландыра, – тине Рөстәм Динислам улы. – Төҙөлөш тармағында эш ҡыҙыу бара. Әле Аҡъяр ауылының төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә өр-яңы мәктәп төҙөлөп ята. Белем усағы 550 урынға иҫәпләнгән, 140 урынлыҡ интернаты ла буласаҡ.
Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, район үҙәгендәге 3-сө мәктәп быйыл декабрь аҙаҡтарында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Фото: Рәшит Зәйнуллин.