Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 20:30

Байрам алдынан хәүеф арта

Һарыҡтар бешмә, бруцеллез һәм башҡа ауырыуҙарҙы таратыусы булыуы ихтимал, – тине Азат Йыһаншин. – Республикаға ингән ерҙә ветеринария контролен көсәйтергә кәрәк.

Байрам алдынан хәүеф арта
Байрам алдынан хәүеф арта

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Рәсәй төбәктәрендәге эпизоотик хәлде һәм республика аграрийҙарын мал һәм ҡош-ҡорттоң хәүефле ауырыуҙары таралыуынан һаҡлау сараларын тикшерҙеләр.

"Сусҡаларҙың Африка тағуны, ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, бруцеллез, бешмә һәм башҡа ауырыуҙар малсылыҡ тармағына даими хәүеф тыуҙыра. Улар тиҙ тарала, үлем кимәле 90 проценттан ашыу тәшкил итә, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин. – 2021 йылда ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе республикаға яҡынлашты – Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Һамар өлкәләре, Татарстан, Удмуртия биләмәләрендә 68 ҡош киҙеүе сығанағы асыҡланды. Һөҙөмтәлә ветеринарҙар Туймазы һәм Благовар райондарында сир йоҡтороу осраҡтарын теркәгән".

Шулай уҡ сусҡаларҙың Африка тағуны хәүефле. 2021 йылда республика менән күрше барлыҡ төбәктәрҙә 268 сусҡа тағуны осрағы табылған. Ә 2022 йылдың ғинуарында был сир Башҡортостанда – Стәрлетамаҡ районында 15 йыл эсендә тәүге тапҡыр теркәлгән.

Республиканың Ветеринария идаралығы етәксеһе шәхси ярҙамсы, шулай уҡ аҙ яҡланған сусҡасылыҡ хужалыҡтарын малсылыҡтың альтернатив төрөнә үҙгәртеп ҡорорға һәм ҡырағай ҡабан популяцияһын хәүефһеҙ кимәлгә тиклем кәметеү буйынса саралар күрергә тәҡдим итте.

– 2022 йылда 9-13 июлгә тура килгән Мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы алдынан ҡорбан малын законһыҙ индереү хәүефе айырыуса арта. Ә улар бешмә, бруцеллез һәм башҡа ауырыуҙарҙы таратыусы булыуы ихтимал, – тине Азат Йыһаншин. – Республикаға ингән ерҙә ветеринария контролен көсәйтергә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа райондарҙа ветеринария тикшереүен дауам итергә ҡушты.

– Баймаҡ районында беҙ эре малдың төйөн дерматиты менән көрәшкә күп көс һәм ресурстар тотондоҡ. Шуға күрә иғтибарлы булырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә муниципалитеттар һәм ауыл хужалығы предприятиелары башлыҡтарына ауыл хужалығы малдарын хәүефһеҙ тотоуға етди иғтибар бирергә кәрәк.

Фото: botanichka.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: